Ағиҙел участка урмансылығы дәүләт испекторы Сабит Ғәлин “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы фотоаулағыстары эше тураһында яҙмалар һәм “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығындағы тереклек донъяһы хаҡында видеояҙмалар авторы булараҡ билдәле.
Күптән түгел Сабит Ғәлин ағымдағы йылдың октябрь айында төшөргән фотолары менән бүлеште һәм үҙенең “Хайуандар донъяһында” тигән программаһы яҙға ҡәҙәр отпускыға китеүе хаҡында белдерҙе. Сөнки ҡышҡыһын аккумуляторҙар оҙаҡ хеҙмәт итә алмай, ә тоҙ һалынған урынды ҡар баҫа...
Кадрға төрлө урман йәнлек-хайуандары, шул иҫәптән төлкө лә эләккән. Тоҙ һалынған урындың даими ҡунаҡтарының берәүҙәре - иң ҙурҙары – мышылар “фотоға төшөрөү миҙгеле” аҙағында хатта шым “һунарсыны” фашлағандар.
Тарбаҡ мөгөҙлөләрҙең береһе заман техникаһын күреп, иҫтәлеккә селфи эшләп ҡуйған (мышының эре пландағы фотоһы). “Программа” бының менән генә тамамланмаған әле. Өйөнә ҡайтҡас, Сабит Сәғит улы ҡулында йүгереп китеп барған талпанды күреп ҡала.
Хәҙер беҙ теүәл әйтә алабыҙ – Бөрйән урмандарындағы һуңғы талпанды быйыл 30 октябрҙә осратҡандар. Ә 1 ноябрҙә тәүге ҡар яуҙы.
(“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды).