

Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Әмин ағай Шәрәфетдинов үҙенең алсаҡлығы, тура һүҙлелеге, киң күңеллелеге менән дә үҙенә арбай. 20 йыл дауамында шәкәр диабеты менән көрәшкән Әмин ағайға быйыл ауыр юғалтыуҙар кисерергә тура килә – Шәрәфетдиновтарҙың кесе улдары Руслан махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Улы тураһындағы ҡайғылы хәбәр уны аяҡтан йыға яҙа. Шәкәр ауырыуының эҙемтәһе менән уң аяғына бер-бер артлы ике операция яһатырға тура килә. Иң үкенгәне - дауахананан улын ерләшергә ҡайта алмауы.
Әмин ағай Байназарҙа тыуған, аҙаҡ ғаиләләре менән Ҡурғашлыға күскәндәр. 1978-1980 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, водитель, токаргә уҡып ала. Ғүмере буйы РТС-та водитель, слесарь, токарь булып эшләй. 1982 йылда ауылдарына уҡытыусы булып эшкә килгән Яңы Монасип ҡыҙы Рәмзиә Булат ҡыҙы менән яҙмыштарын бәйләйҙәр. Рәмзиә апай бухгалтерға уҡып алып, РТП-ла секретарь машинист, кадрҙар бүлеге белгесе, бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ул Ҡурғашлы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе эшен башҡара. Шәрәфетдиновтарҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 42 йыл тулған. Өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергәндәр, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Өлкән улдары Рөстәм ауылда төпләнгән, ата-әсәһе менән бер урамда йәшәйҙәр, вахта ысулы менән эшләй. Килендәре Гөлнара мәктәптә уҡыта. 4 бала үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары Розалия Өфөлә йәшәй. 5 бала әсәһе. Тормош иптәше менән такси хеҙмәтен күрһәтеү буйынса эш алып баралар. Иптәше махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Кесе улдары Русландың һәм Наилә килендәренең Рәйхана исемле ҡыҙҙары үҫә. Әбделмәмбәт ҡыҙы Наилә – Рәсәйҙең спорт мастеры. Руслан тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлай яҡындары. Взвод командиры булып хеҙмәт иткән офицер-лейтенат үҙен аямай, Тыуған ил алдындағы изге бурысын һуңғы һулышынаса намыҫ менән үтәп, Ватан өсөн ғүмерен бирҙе.
-Ҡыуаныстарыбыҙ, йыуаныстарыбыҙ – ошо 10 ейән-ейәнсәребеҙ. Йәйге ялдарҙа ҡырҙағылары беҙҙә булалар. Улар менән мәж киләбеҙ. Бәләкәс кенә булһалар ҙа эш эшләргә ярҙам итәләр. Имен-һау ғына булһындар инде. Рөстәмдең оло малайын армияға оҙаттыҡ, икенсеһе колледжда уҡый, икәүһе атай-әсәй янында. Розалияның да өлкән улы студент хәҙер. Ике ҡыҙы мәктәптә, икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй. Азалия менән Әминә йырларға әүәҫтәр. Тамыр телеканалында шөғөлләнделәр. Азалия ейәнсәребеҙ 5-се класта ғына уҡыһа ла һыйыр һауышып йөрөнө. Иртән уятмаһаң үсегә. Нишләптер һыйыр һауырға ярата инде. Әсәһе лә шулай булды ул. Бәләкәй сағында күршеләрҙең һыйырын һауып ингән кеше инде ул. Русланыбыҙҙың ҡыҙына 2,5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй башланы, - ти бәхетле олатай менән өләсәй.
Ҡул, балта, ағас эшенә оҫта Әмин ағай балаларын да эшкә әрһеҙ итеп, сыныҡтырып үҫтерә. Хатта ҡыҙҙары Розалия ла ирҙәр эшен ихлас башҡара.
Ауылда йәшәгән бөтә ғаиләләр кеүек Шәрәфетдиновтар ҙа ишле мал үрсетеп, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәйҙәр.
Тик Әмин ағай быйыл йорт-ҡура эштәре менән булыша алмай. Шәкәр сире күреү һәләтенә лә йоғонто яһаған, бер күҙенә операция эшләткән.
-Тиҙҙән тағы дауаханаға барып күҙҙе тикшертеп, күҙлек алһам, аяҡҡа протез да бирһәләр балыҡҡа барырға иҫәп, - ти йәйен дә, ҡышын да балыҡҡа йөрөргә яратҡан Әмин ағай. Ғүмере буйы хәрәкәттә булған хеҙмәт кешеһенә аяҡһыҙ ҡалыу еңелдән түгел, әлбиттә. Коляскала ултырған килеш тә эш менән булырға тырыша.
-Ярҙамға ауыл хакимиәтенән утын бирҙеләр, хакимиәт башлығы Нуриман Әминев үҙе алып килеп бушатып китте. Руслан улымдың пограничник дуҫтары йыйылып, бер көндә ярып та бирҙеләр. Рәхмәт уларға. Рөстәм улым ҡоро утын килтереп бирҙе. Нимә тиһәк тә Рөстәм ти ҙә торабыҙ. Берәй ҡайҙа барырға кәрәк булһа ла, өй эштәрендә лә ярҙамсыбыҙ ул, - Рәмзиә апай.
-Район хакимиәтенә лә рәхмәт белдергем килә. Өфөгә операцияға барып ҡайтыуға техника бирҙеләр. Водитель Әғләм Ишкинин матур итеп йөрөтөп алып ҡайтты. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бирелгән ярҙам менән ҡулланабыҙ. Бушлай инвалид коляскаһын, костыль бирҙеләр, льгота менән инсулин бирелә. Уны көнөнә 4 тапҡыр үҙем ҡаҙап һалам. Уныһына ла ун йыл хәҙер. Был сирҙә диета тоторға һәм үҙеңде һаҡларға кәрәк тинеләр. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, донъяға килгәс, яҙғанын күрәбеҙ инде, - ти Әмин Дәмин улы. Шулай ҙа уның иң ҙур рәхмәте ҡатыны Рәмзиә апайға. Ауырлыҡтарҙы һине аңлаған, ҡайғыртҡан яҡын кешең менән күтәреү күпкә еңелерәк шул. Киләсәктә ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әлегеләй иңдәрен-иңгә терәп оҙаҡ йылдар бергә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын уларға.