01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән. Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, телефон аша 101, 112 номерҙары буйынса махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә ашығығыҙ.
02 хәбәр итә
Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 28 мөрәжәғәт теркәлгән.
Улар иҫәбендә кредиттар буйынса бурыстарҙы түләүҙән баш тартып йөрөү (7), шәхси документтарҙы юғалтыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), ирекле рәүештә ҡорал тапшырыу (2), административ хоҡуҡ боҙоу (3), законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыу (1), йәмәғәт урынында мәйет табылыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (1), террористик акт ҡурҡынысы (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 55 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһы йүнәлешендә - 48. 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән – икәүһендә зыян күреүселәр бар. 1 водитель эскән килеш руль артында ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.