Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 14:15

Киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк

Артабан республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ике ял көнө көтә.

Киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк
Киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк

Киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк: шәмбе 2 ноябрь - эш аҙнаһы. Артабан республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ике ял көнө көтә.


Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбегә, 30 апрелгә, күсерелгән.

«4 ноябрь эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә, йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. 2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙәге байрам көнөндә эшкә сығыу икеләтә күләмдә (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы) түләнә йәки хеҙмәткәргә икенсе ял көнө (ял) бирелә», - тип билдәләнеләр төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Автор:
Читайте нас: