Йәмғиәт
13 Октябрь 2024, 05:45

Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы

-Был үҙәкте төҙөү ул ваҡытта ауыл хакимиәте етәксеһе булған Нур Усмановтың инициативаһы менән башланды. Халыҡ дәррәү ҡабул итте. Халыҡтың тырышлығы менән шундай бина күтәрелеп сыҡты. 300 кубометр ағас сығып, бөтә материалдар алынды.

Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығыБәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы

Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында спорт һәм мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһы үтте.

Таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиеваға, Әбделмәмбәт ауыл биләмәһе башлығы Йәүҙәт Заһитовҡа, ауыл советы депутаты Фәрзәт Ҡаһармановҡа, грэпплинг буйынса тренер Нур Усмановҡа бирелде.

Халыҡтың тырышлығы менән төҙөлгән ҙур, матур, яҡты үҙәккә ингәс тә, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары, Рәсәй чемпионатында призлы урындар яулаусы Илфир Әфләтунов, Гөлнәфис Усманова, Радмир Ҡасимов грэпплинг буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уларҙы ҙур кимәлдәге ярыштарға әҙерләүсе тренерҙары Нур Усманов был төр көрәш буйынса мәғлүмәт бирҙе.

-Бишенсе йыл рәттән республикала “Атайсал” проекты эшләп килә. Бәләкәй тыуған иленә ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың проекты ул. Спорт һәм мәҙәни үҙәктең барлыҡҡа килеүе лә ошоға дәлил. Сөнки ниндәйҙер сығымдар менән ярҙам итеүселәр булһа ла, төп көс ошо ауылда тыуған, ошо мөхиттә тәрбиәләнгән кешеләрҙең иңендә. Был үҙәк киләсәктә туҡтамай эшләр, спорт, мәҙәни саралар үтер тип ышанам, - тине Венера Фәрит ҡыҙы.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты етәксеһе Ирек Шәмиғолов төҙөлөштә әүҙем булғандарҙы тәбрикләне. Рәфис Әхмәтов, Филүс Насыров, Эльза Байназарова, Илһам Суфиянов, Илгиз Насыров, Фидан Мөхәмәтғәлин, Әсҡәт Мөхәмәтғәлин, Фәнил Ҡаһарманов, Рәзифә Әҙелмырҙина, Гүзәл Насырова, Нәйлә Әхмәтова, Гөлдәр Балгазина, Рәжәп Ҡунафин, Ғәйнетдин Усманов, Ғәзим Ҡарамышев, Фәрзәт Ҡаһарманов район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Тләүбаева бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашып:

-Ауылы берҙең - ҡәүеме бер, ти халыҡ мәҡәле. Ауыл өсөн янып йәшәгән кешеләр булғанда ауыл йәшәйәсәк. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Матур ғаиләләр, балалар тыуһын. Ауыл халҡы үҙәктең мәнфәғәтен, файҙаһын күреп йәшәһен, донъялар имен, күңелдәр тыныс булһын. Берҙәм һәм бергә булайыҡ, - тине.

Ауыл хакимиәте башлығы Йәүҙәт Заһитов был үҙәктең киләсәктә спорт үҫешенә ҙур булышлыҡ итеренә ышанысын белдерҙе.

Үҙәкте төҙөү эштәре 2019 йылда башлана. Уны Фәрзәт Ҡаһарманов алып бара. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновтың тәҡдимдәренә таянып, проект төҙөй. Спорт һәм мәҙәниәт үҙәген төҙөүҙә ҙур көс һалған Фәрзәт Ҡаһарманов:

-Был үҙәкте төҙөү ул ваҡытта ауыл хакимиәте етәксеһе булған Нур Усмановтың инициативаһы менән башланды. Халыҡ дәррәү ҡабул итте. Халыҡтың тырышлығы менән шундай бина күтәрелеп сыҡты. 300 кубометр ағас сығып, бөтә материалдар алынды. Ҡултамғалар йыйып, төрлө инстанцияларға йөрөнөк, хаттар ебәрҙек, киң матбуғат сараларын ҡулландыҡ. Беҙҙе ишеттеләр. Аҡса бүленде. Халыҡтың ярҙам итеүе арҡаһында сметала ҡаралғандан тыш 500 мең һумлыҡ өҫтәлмә эш башҡарылды. Фәнил Ҡаһарманов материалдарҙы әҙерләп бирҙе. Төҙөлөштөң башынан аҙағына тиклем Илгиз Насыров йөрөнө. Илһам Суфиянов осһоҙға цемент килтерҙе һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итте. Вахта ысулы менән ҡырҙа эшләгәндәр ялға ҡайтҡандарында ярҙам итте. Әлбиттә, район хакимиәтенән ҙур ярҙам булды. Иң мөһиме халыҡҡа, бағымсыларға, Әбделмәмбәт мәктәбе коллективына рәхмәт, - тине.

Байрамда Әбделмәмбәт, Килдеғол ауылдары мәҙәниәт йорттарының “Үҙән”, “Умырзая” халыҡ фольклор ансамблдәре, Сәлимә Ғарифуллина, район мәҙәниәт һарайы артистары, Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбенең уҡыусылары моңло йырҙары, бейеүҙәре менән сығыш яһап, сараға йәм өҫтәне.

Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев: “Берҙәм булып ҡалығыҙ, ул саҡта эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле була. Беҙҙең мәктәп данын яҡлап йөрөгән ауылдаштар бар. Көслө волейбол, саңғы командаларын көтөп ҡалабыҙ. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙе, сәләмәт йәшәү рәүешен бергә алып барырбыҙ”, - тине.

Спорт һәм мәҙәниәт үҙәген ҡарап, тәрбиәләп тороу Наилә Әхмәтоваға йөкмәтелде. Сарала шулай уҡ ауылдаштарына Фәниә Ҡаһарманова изге теләктәрен еткереп, бүләген тапшырҙы.

Байрам барышында үҙәккә өҫтәл теннисы, спорт инвентарҙары һәм башҡа бүләктәр бирелде.

Тантаналы өлөштән һуң тәүге спорт сараһы – Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана мәктәптәренең 5-7-се кластары араһында пионербол ярыштары сараны дауам итте.

Ә. Юлсурина.

 

Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Бәләкәй ҡыпсаҡтарҙың ҙур шатлығы
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас