Йәмғиәт
7 Октябрь 2024, 05:15

Республика көнө уңайынан октябрҙә Башҡортостан халҡын байрам көнө көтә

11 октябрҙә Республика көнө - Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә. 

Республика көнө уңайынан октябрҙә Башҡортостан халҡын байрам көнө көтәРеспублика көнө уңайынан октябрҙә Башҡортостан халҡын байрам көнө көтә
Республика көнө уңайынан октябрҙә Башҡортостан халҡын байрам көнө көтә

«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы был көн эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә.

Быйыл 11 октябрь йомаға тура килә, тимәк, кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белдереүенсә, хеҙмәт ҡануниәте буйынса йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 11 октябрҙәге байрам - Республика көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй (РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы).

 

 

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас