Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь , 11:30

Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...

Әллә дөрөҫ, әллә уйҙырма. Солоҡсолоҡ – ул халҡыбыҙҙың тарихы. Сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар уның менән ихлас ҡыҙыҡһына. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, был шөғөл тураһында ғорурланып һөйләргә яратабыҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыты менән ҡайһы саҡ яңылыш һөйләп тә ҡуябыҙ һымаҡ.

Был юлы һөйләшеүҙә солоҡто айыуҙан һаҡлау ысулдарына байҡау яһайыҡ. Билдәле булыуынса, борон-борондан айыу солоҡто туҙҙырған. Солоҡсо уны айыуҙан һаҡлау өсөн төрлө ысулдар ҡулланған. Китаптарҙа был турала апаруҡ ҡына мәғлүмәт тупланған. Ә хәҙер мәҡәләнең төп маҡсатын билдәләйек – ә китапта яҙылғандар дөрөҫлөккә тап киләме икән? Шуны әйтергә кәрәк, был тәңгәлдә күңелде өйкәп торған һорауҙар байтаҡ ҡына. Бына, әйтәйек, мин ваҡыты менән ҡайһы бер китапта һүрәтләнгән ысулға ҡарап торам да, был ысынлап шулай булды микән, тип аптырап ҡуям. Беҙҙең ата-бабалар был ысулды ысынлап ҡулландымы икән?  Был һөйләшеүгә гәзит уҡыусылар, тәү сиратта, солоҡсолар әүҙем ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалам.

Хәҙер беренсе һүрәткә күҙ һалайыҡ. “Был ысул кәштә тип атала, башҡорттар уны айыуҙы енәйәт өҫтөндә тотоу өсөн ҡуллана”, тип яҙа автор.

Күреп тораһығыҙ, кәштә тигән ҡоролма өлкән быуынға таныш магазин үлсәүен хәтерләтә. Автор был ысулды ошолай аңлата (йәйә эсендәге һорауҙар минеке): “Солоҡ ауыҙының ҡаршыһына кәштә ҡуялар (арҡыры ағасты әйтәм, бындай ауыр ағасты нисек өҫкә күтәрмәк кәрәк тә уны ҡарағай олонона нисек нығытып бәйләмәк кәрәк? Ә һүрәттә бәйләү тураһында мәғлүмәт юҡ, арҡыры ағас ҡарағайҙың теге яғында тора). Кәштәгә емтек һалалар (Тимәк, айыу солоҡ туҙҙырырға килмәй? Ул емтеккә ҡыҙығып киләме ней? Ниндәй емтек һалына икән? Боланмы? Үгеҙме? Тауыҡ ботомо?) Айыу ағасҡа менә һәм кәштәгә ултыра (аңлатма үтә ябай – менә һәм ултыра). Кәштә ағастан айырыла (ул нисек айырылып китә икән?) һәм айыу һауала эленеп ҡала (ауырлығы ярты тоннаға хәтлем булған айыу кәштәгә менеп ултырғас, кәштә аҫҡа табан китергә һәм ҡарағай олонона төкөргә тейеш була түгелме һуң?) Әгәр айыу әҙ генә өлгөрмәһә, ул ағасты уратҡан ҡаҙаҡтарға (Ҡаҙаҡтар нисек итеп осло яғы өҫкә ҡаратып ергә ҡатыла икән?) ҡолап төшә. Артабан айыу ергә һикереп (эргәләге ағасҡа һикерергә мөмкинлек булғанда ул ни өсөн ергә һикерергә тейештер инде) ҡаҙаҡтарға ҡаҙалып үлә. Һикермәһә, солоҡсолар уны уҡ менән атып ала” (Солоҡсо урман төпкөлөнән кире ауылға ҡайтып, уҡ-һаҙағын алып, кеше йыйып алып килгәнсе, айыу ике-өс көн буйына уларҙы кәштәлә көтөп ултыра микән?)

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Борон кәштә булдымы икән? Күреп тораһығыҙ, ышаныслы һәм төплө яуап юҡ. Ә минең һығымта ошолай – башҡорт солоҡсолоғонда кәштә исемле ҡоролма булмаған! Үҙемдең һығымтаны ошолай иҫбатлай алам. Беренсенән, башҡорт халҡы борон-борондан һәр нәмәне мөмкин тиклем ябай итеп эшләргә тырышҡан. Беҙҙең халыҡҡа ҡатмарлаштырыу хас күренеш түгел. Икенсенән, башҡорт солоҡсолоғоноң үҙенсәлеге шунда - урмандағы эштәр ике кеше көсө менән генә башҡарыла. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, башҡорт солоҡсолары урманға күмәкләп йөрөмәй. Ул солоҡ юныу, таҙғаҡ эшләү, туҡмаҡ бәйләү, бал алыу, түмәр-умарта күтәреү кеүек эштәрҙе ярҙамсыһы менән башҡара. Шик юҡ, кәштәне ике кеше эшләй алмай. Шуға бындай ҡоролманың булыуы ла бик икеле. Өсөнсөнән, был ҡоролма кеше ғүмере өсөн үтә ҡурҡыныслы. Ҡарағайға үрмәләү түгел, һүрәткә ҡарау менән әллә нисек булып китә. Аллам һаҡлаһын, яңылыштан осло ҡаҙыҡтарға ҡолап китһәң... Кәштә башыңа килеп төшһә... Арҡыры ағас ысҡынып китһә... Дүртенсенән, һәр солоҡло ҡарағайға кәштә эшләп булмай. Ярай, бер нисәүһенә эшләрһең дә, тей. Ә айыу кәштәһеҙҙәрен рәхәтләнеп туҙҙырасаҡ. Бишенсе дәлил һәм иң мөһиме – бөгөн урманда бындай ҡоролманың ҡалдыҡтары юҡ. Әгәр элек кәштә булған булһа, бөгөн һис шикһеҙ уның ҡалдыҡтары сереп ятыр ине. Кемдер уларҙы барыбер күрер ине. Бына, әйтәйек, миңә уларҙы осратырға насип булманы. Алтынсынан, бөгөн өйрәнеү өсөн мәғлүмәт юҡ. Атайым кәштәне ошолай эшләгәйне, олатайым эшләгән кәштә ошолайыраҡ ине, тип һөйләгән солоҡсо юҡ. Күп һораштым мин был турала. Әммә берәү ҙә кәштә тураһында мәғлүмәт бирә алманы. Бәлки, ундайҙар һеҙҙең арала барҙыр, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?

Ә шулай ҙа һүрәт бар бит, тип ҡуйыр кемдер. Был хәлде мин ошолай аңлата алам. Был автор урманға бармаған. Кәштәне үҙ күҙҙәре менән күрмәгән. Һүрәтте кеше һөйләүе буйынса төшөргән. Быны иҫбатлауы ауыр түгел. Солоҡсоға иғтибар менән ҡарағыҙ әле. Ул һис кенә лә башҡорт кешеһенә оҡшамаған. Уны башҡорт тип әйтергә һис кенә лә тел әйләнмәй. Ней кейеме тура килмәй, ней кәүҙәһе, тигәндәй. Солоҡсо тип әйтер инең, ней әркәтәүҙе биленә бәйләмәгән, ней ләңгеһен алмаған. Ҡорт ҡарарға яланбаш менеп барған була бит әле. Етмәһә, сәсе килеп тороп етек. Башында түбәтәйе булһа ней асыу. Һеҙ минең менән, моғайын, килешерһегеҙ. Әгәр автор үҙ күҙҙәре менән башҡорт солоҡсоһона һәм кәштәле ҡарағайға ҡарап торһа, уның һүрәте бөтөнләй башҡаса булыр ине. Был автор урманда булмаған, тигән шик белдерергә урын бар шул. Күреп тораһығыҙ, солоҡло ҡарағай эргәһендә бер ағас та, бер ҡыуаҡ та, хатта бер үлән дә юҡ. Әйтерһең дә, был ҡарағай ҡола яланда яңғыҙы ғына үҫеп ултыра.

 

Икенсе һүрәттәге ысул баҫма-бәүелсәк тип атала. Был ысулды автор ошолай аңлата: “Яҡында үҫкән йәшерәк ағасты солоҡ ауыҙы янына тартып һиртмәк яһайҙар. Айыу ағас ҡыуышына менә һәм эленеп торған баҫма-бәүелсәккә баҫа. Ул, тәмле ризыҡҡа ымһынып, ҡапҡаҡты аса башлай. Айыуҙың һиртмәккә тейеүе була, баҫма-бәүелсәк менән бергә ситкә сирғып китә. Хәҙер айыу баҫма-бәүелсәктән төшә алмай. Һикерер ине, ағасты уратып ҡатылған осло ҡаҙыҡтарҙан ҡурҡа”.

Был ысулға ла һорауҙар күп. Бына һеҙ төп һорауға яуап биреп ҡарағыҙ әле – ни өсөн бер сәбәпһеҙ-ниһеҙ айыу баҫма-бәүелсеккә менеп ултырырға тейеш? Минең был һорауға яуабым юҡ. Бәлки, гәзит уҡыусылар араһынан кемдер берәү төплө итеп аңлата алыр? Әйткәндәй, айыу ағасҡа көслө тырнаҡтары менән йәбешеп менә. Ә һүрәттә ул ағасты, һабантуйҙа ҡолғаға менеп барған егет һымаҡ, ҡосаҡлап алған. 

Ғалим булараҡ, шуны әйтер  инем – фән өлкәһендә үҙе барып күрмәй, тотоп ҡарамай, ҡат-ҡат тикшермәй, кеше һөйләгәнде генә яҙып алған өйрәнеүҙәр йыш осрап тора. Минең уйымса, ошондай еренә еткереп өйрәнелмәгән эштәрҙең береһе - туҡмаҡ тураһындағы мәғлүмәт (өсөнсө һүрәт).

 

“Боронғо ысулдарҙың иң боронғоһо һәм киң таралғаны – туҡмаҡ”, тип яҙа был автор. Был, әлбиттә, дөрөҫ һығымта. Әммә авторҙың һүрәте дөрөҫ түгел. Уның хаталарын һанап китәйек. Берҙән, туҡмаҡ үҙ төҙөлөшө буйынса мискә һымаҡ булмай. Тимәк, был автор ысын туҡмаҡты үҙ күҙе менән күрмәгән. Икенсенән, “мискә” (уны туҡмаҡ тип атап булмай) дөрөҫ бәйләнмәгән. Әгәр ул һүрәттә күрһәтелгәнсә бәйләнһә, айыу уның менән нишләп һуғышып торһон? Бауҙы өҙҙө – “мискә” аҫҡа осто. Өсөнсөнән, ысын туҡмаҡ ҡапҡаҡ тапҡырында тора. Ә һүрәттә йыуан бүрәнә ҡапҡаҡтан күпкә аҫта урынлашҡан. Шуға ул айыуға ҡамасауламай. Айыу уны олондоң икенсе яғынан урап үтә ала. Солоҡ өҫтә булғас, нишләп айыу аҫта торған бер бүрәнә менән һуғышырға тейеш әле? 

Ә хәҙер дөрөҫ туҡмаҡ тураһында һөйләшәйек. Ул үҙ төҙөлөшө буйынса ҙур суҡмарҙы хәтерләтә (дүртенсе һүрәт).

 

Һәр нәмәнең рәт-сираты булған кеүек, туҡмаҡ эшләүҙең дә үҙ тәртибе бар. Ул ороһо булған (русса кап була) ҡайындан эшләнелә. Туҡмаҡты бәйләүҙең мәғәнәһе шунда, бәйләнгән бау эскә йәшерелә (бишенсе һүрәт).

 

Бындай осраҡта айыу уны үткер тырнаҡ-тештәре менән өҙә алмай. Бөгөн ошо туҡмаҡ район ветсанцияһы эргәһендәге музейҙа һаҡлана. Был туҡмаҡты оҫта эшләп биргән мәлдә мин үҙем шәхсән ҡатнаштым. Ороло ҡайынды һайлап алыуҙан башлап эштең аҙағына хәтлем йөрөнөм.  

Һүҙемде тамамлап, үҙ тарихыбыҙҙы әҙерәк тәртипкә килтереп алырға кәрәктер, тип әйтке килә. Бында төп һүҙҙе, әлбиттә, солоҡсолар әйтергә тейештер. Уларға, әүҙемерәк булһағыҙ ине, тип әйтке килә. Ә өйрәнеүселәр иһә, үҙ сиратында, мөмкин тиклем тулы мәғлүмәт туплап, уны дөрөҫ итеп китап биттәренә сығарһа ине.

 

Әғләм Шәрипов,

ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан фәнни етештереү ветеринария лабораторияһы дәүләт бюджет учреждениеһының әйҙәүсе белгесе.

Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Солоҡто айыуҙан һаҡлауҙың боронғо ысулдары...
Автор:
Читайте нас: