Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь , 09:48

Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе

Бөрйән – туризм төбәге. Әүәлдән йәй буйы туристар килде, әле лә килә һәм киләсәк тә. Бөрйән районында 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү Концепцияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә алты юл буйы сервисы булдырылған. Бынан тыш, ошоға тиклем ғәмәлдә булған алтауһына модернизация үткәрелгән. Инвестицияның дөйөм күләме 49,7 миллион һум. Барлығы район биләмәһендәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйында 10 юл буйы сервисы урынлашҡан.

Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе

Үткән йылда Бөрйән районында ике юл буйы сервисы объекты ғәмәлгә ингән. Инвестиция күләме – 13,5 миллион һум. Бер объектта 5 миллион һумға модернизация үткәрелгән.

-Ҡурсаулыҡтар, заказниктар һәм урман фонды ерҙәре булыуы райондың үҙенсәлеге булып тора. Ул ерҙәрҙә юл буйы сервистары төҙөп булмай. Ләкин район бер урында тормай, һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙар тарафынан бер нисә юл буйы сервисы объекты төҙөлдө. Улар араһында – шиномонтаж оҫтаханаһы, СТО, автомобилдәрҙе йыуыу хеҙмәте, йәмәғәт туҡланыуы урыны. Әлбиттә, был өлкәне артабан үҫтереү буйынса идеялар һәм пландар бар”, - тип комментарий биргән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Бөрйән районы хакимиәте башлығының инвестициялар буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин.

Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Нияз Намаҙбаев юл буйында автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн бина төҙөнө һәм ул хәҙер тәүлек әйләнәһе режимында эшләй. Муниципаль программа буйынса уға ҡорамалдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы бирелгән. Әлеге ваҡытта эшҡыуар үҙенең бинаһын ҡорамалдар менән йыһазландырыу, төҙөкләндереү эштәрен тамамлау өҫтөндә һәм бик уңышлы ғына хеҙмәттәр күрһәтә. Клиенттар уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт.

Шулай уҡ “Бөрйән” етештереү кооперативы ла дәүләт ярҙамы алған. Был предприятие йәмәғәт туҡланыуы менән булыша һәм төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә.

 Етештереү кооперативы ҡорамалдар һатып алыуға һәм сеймал өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға финанс ярҙамы алды. “Бөрйән” кооперативының үҙ икмәк бешереү цехы, ярымфабрикаттар әҙерләү цехы, шулай уҡ етештергән аҙыҡ-түлектәрен һатыу өсөн сауҙа нөктәләре бар.

2024 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда  152 юл буйы сервисы объекты сафҡа индерелгән. Уларҙың дөйөм инвестиция күләме 830 миллион һумдан артығыраҡ. Бынан тыш, 156 ғәмәлдәге объект 220 миллион һумдан арығыраҡ суммаға модернизация үткән.

Улар араһында – магазиндар, техник хеҙмәтләндереү станцияары, АЗС (АГНКС, АГЗС), туҡланыу пункттары, ҡунаҡханалар, йәрминкә өсөн майҙандары, намаҙ уҡыу өсөн бүлмәләре, автомобилдәр өсөн электр заряды ҡорамалдары булған объекттар.

 “Һуңғы биш йылда республикала төрлө форматтағы күп функциялы комплекстар төҙөү буйынса 245 проект тормошҡа ашырылған. Йәнә 737 ғәмәлдәге юл буйы сервисы комплекстары модернизация үткән. Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү Концепцияһын ғәмәлгә ашарыу сиктәрендә инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү юлға һалынған. Улар тарафынан дөйөм күләме 12 миллиард һум булған 200-ҙән артыҡ инициатива бойомға ашырылыуҙы көтә”, - тип белдерә Сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан булдырылған инвестсәғәттәрҙә әлеге мәлгә юл буйы сервисы объекттарын төҙөү буйынса дөйөм 10 миллиард һумға 85 проект хупланған.

“Беҙ Башҡортостанда теләһә ҡайһы эшҡыуарлыҡ инициативаһын хуплайбыҙ. Кешеләр йәшәгән тораҡтарҙағы тормошто яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итеүгә йоғонто яһаған проекттар айырыуса ҡыуандыра. Әгәр һеҙ эште нимәнән башларға икәнен йәки үҙегеҙҙең бизнесығыҙҙы үҫтереүгә ниндәй ярҙам алырға мөмкин булыуын белмәһәгеҙ, һеҙгә investrb.ru порталы һәм беҙҙең бизнес-шәрифтәрҙең ҙур командаһы ярҙамға килер. Беҙ кесе, урта һәм эре бизнесҡа төрлө кимәлдәрҙә  ярҙам итеүҙең ысынлап та эшләүсе системаһын булдыра алдыҡ”, - тип яҙғайны телеграм-каналында Радий Хәбиров.

Башҡортостандағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә дөйөм күләме 5,9 миллиард һум тәшкил иткән 55 проект индерелгән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы линияһы буйынса Башҡортостанда инвестицияларҙы яҡлау һәм хуплау тураһында 25 килешеү, шулай уҡ юл буйы сервистары объекттарын төҙөүгә ҡағылышлы дүрт инвестиция килешеүе төҙөлгән. Бынан тыш, 23 инвесторға һатыулашыу (торг) үткәрелмәйенсә ҡуртымға ер участкалары бирелгән. Шуларҙың өсәүһенә – 2024 йылда.

Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Яҡшы сервис – уңыш нигеҙе
Автор:Т.Баһауетдинова
Читайте нас: