Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь , 12:42

Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт

Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә республика башлығы Радий Хәбиров булышлығында ойошторолған Башҡорт оҙон ғүмерлелеге, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары булышлыҡ итә. 2022 йылдан эшләп килгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты өлкән быуын кешеләренә республика биләмәһенең иҫтәлекле, данлыҡлы урындарына бушлай сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә.

Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт
Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт

Проект сиктәрендә райондаштарыбыҙ Белорет районының Ассы шифаханаһына, Учалы районының Әүлиә шишмәһенә, Абзаҡ курортына һәм башҡа урындарға барып ҡайтҡайны. Был юлы 50 дәртле апай-инәйҙәр Яҡтыкүлгә юл тотто. Автобуста йырлашып, көлөшөп барғас, юл да һиҙелмәй үтте. Яҡтыкүлдә инәйҙәр канат юлы менән күтәрелеп Яманҡай тауын күрҙеләр, күл буйлап йөрөп, фотоға төшөп, “Юбилейный” шифаханаһы биләмәһенә сәйәхәт ҡылдылар. Артабан делегация Күсем ауылында урынлашҡан генерал майор Таһир Күсимовтың музейына юлланды. Һәр кем тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығына, матурлығына һоҡланды. Күл буйында ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп, бейеп тә алды инәйҙәр.      

Был сәйәхәттән һәр кем матур иҫтәлектәр, йылы хәтирәләр менән ҡайтты.

- Шул тиклем матур йөрөп ҡайттыҡ. Районымдың дәртле, әүҙем ҡатындары менән һоҡланам, һәр береһен хөрмәт итәм. Ике яҡҡа ла юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ололар өсөн сәйәхәт ойоштороуҙы бик яҡшы уйлап тапҡандар. Беҙгә ул бер-беребеҙ менән аралашыу, яңы урындар менән танышыу мөмкинлеге бирә. Республика етәкселегенә, ойоштороп алып йөрөүселәргә ҙур рәхмәт! Тағы ла матур осрашыуҙар насип булһын! - тип тәьҫораттары менән бүлеште Иҫке Собханғолдан Ләлә Сәғитова.

Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт
Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: