Грозный дәүләт нефть техник университеты студенттары Рәсүл Эсендиров, Магомед Хасиев һәм Адам Даудов Өфөлә үткән беренсе көн тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Грозный дәүләт нефть техник университеты командаһы былтыр ҙа чемпионатта ҡатнашҡан, әммә ул ваҡытта алдынғы урын яулауға өлгәшә алмағандар. Быйыл команда өлөшләтә яңырған һәм беренсе урын өсөн көрәшергә әҙерҙәр.
Егеттәр ҡалаға килеп ингәндә үк Өфөнөң бик матур булыуына иғтибар иткән. Улар ҡала ситендәге “Патриот” паркында йәшәй. Бөтәһе лә юғары кимәлдә ойошторолған: бүлмәләр иркен, туҡланыу яҡшы. Бигерәк тә иртәнсәк чемпионатты асыу тантанаһы хайран ҡалдырҙы, тип билдәләй егеттәр.
Улар башҡа илдәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән дә танышып өлгөргән, хатта бергәләп баскетбол уйнарға ла ваҡыт тапҡандар. Әлегә ныҡлы аралашыу килеп сыҡмай – телефон йәки ирекмән-тәржемәселәр аша һөйләшергә тура килә.