Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август , 15:05

Ит лавкаһы асылды

Район үҙәгендә ит лавкаһы асылды. Унда хәләл һыйыр ите, ит турағыс аша үткәрелгән ит, билмән, тултырма һатыла.

Ит лавкаһы асылды
Ит лавкаһы асылды

Яңы Собханғол ауылы уҙаманы Фазыл Кинйәбаевтың район халҡын ит менән тәьмин итеү өлкәһендә эшләүенә 10 йыл. Эшҡыуар район үҙәгенә яҡын мәктәп ашханаларына ит ташый, кесаҙна һайын баҙарҙа һатыу итә.

-Бындай йүнәлештә эш башлау хаҡында электән уйлай инек. Будканы Пензанан барып алып ҡайттым. Һыуытҡысы ҡуйылған, өҫтәмә тағы берәүҙе урынлаштырҙыҡ. Иттәрҙе таҙа, матур киҫәктәргә бүлеү өсөн махсус бысҡы ла алдым. Билмән эшләү өсөн алдан ҡорамалдар йүнләй башлағайныҡ. Шуға эште яйға һалып ебәреү беҙҙең өсөн ҡатмарлы булманы, - ти Фазыл Фәрзәт улы.

Ул бизнесын киңәйтергә самалай. Әлегә ер мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Әгәр ҙә эштәр ыңғай барһа, билмән бешереп, халыҡҡа тәмле өй ризыҡтары әҙерләп тәҡдим итергә лә ниәттәре юҡ түгел Кинйәбаевтарҙың.

-Мин көнө-төнө юлда, тиергә була. Был аҙнала ғына Баймаҡтан иген тейәп ҡайттым. Аллаға шөкөр, тәүге аяҙҙарҙа, июнь баштарында, бесән эшләп өлгөрҙөк. Хоҙай көнөн бирһен инде, кеше бесәнгә төшөр, беҙ икенсегә сабыр инек. Бөгөнгө көндә эш ҡулдары етешмәй. Шуға яйлап кешене йәлеп итергә кәрәк. Билмән эшләүҙә әлегә туғандар ярҙам итә. Ярымфабрикаттарҙы хәләл иттән эшләйбеҙ. Иткә бер ниндәй ҙә өҫтәлмәләр ҡушмайбыҙ. Заказдар булһа, малдың баш-тояҡтарын да, эс-ҡарынын да, туң майын да алып килә алабыҙ, - ти эшҡыуар.

“Ит лавкаһы” иртәнге ундан киске етегә тиклем эшләй. Һатып алыусыларға иттең килоһы - 500-550, боролған ит - 650, билмән - 550, тултырма 500 һум менән тәҡдим ителә.

Магазин яңы етештерелгән изделиелар менән тулһын өсөн Филиә Салауат ҡыҙы иртәнге алтынан уҡ аяғөҫтө.

-Иптәшемдең башланғыстарын һәр саҡ хуплайым. Әлбиттә, күктән көтөп ултырып булмай, ҡырмыҫҡа һымаҡ эшләйбеҙ, тырышабыҙ. Үҙем тәмле итеп бешеренергә яратам. Шуға халыҡты ла тәмле изделиелар менән ҡыуандырырға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Тултырма эшләү буйынса 7 йыл стажым бар. Һатып алыусыларым күп, 15 килограмм итеп тә алып китәләр. Эш башлағанда: “Нимә ҡуштың, ашарлыҡмы, оҡшамаһа, кире алып киләм”, тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә ине. Хәҙер: “Һинекен алабыҙ”, тип кенә торалар. Һатып алыусыларыма рәхмәтлемен. Эшебеҙҙе яратып, күңел һалып башҡарабыҙ, шуға ҡыйын итеп күрмәйбеҙ. Бөгөн йәштәр, эш юҡ, тип ҡырға китә. Ә тырышһаң, мөмкинлектәр табыла, - ти Филиә.

Магазин халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыр, тип фараз итә эшҡыуар. Сөнки киләсәктә “Ит лавкаһы” районда йәшәүселәрҙе экологик яҡтан таҙа, сифатлы, киң ассортиментлы ит продукцияһы менән ҡыуандырырға уйлай. Йәғни, халыҡтың һорауына ҡарап, лавкала манты, голубцы, билмән, тефтели, кәтлит, фарш тултырылған борос кеүек ярымфабрикаттар, һыйыр итенән тыш, һарыҡ, йылҡы ите лә һатыла башлаясаҡ.

Ит лавкаһы асылды
Ит лавкаһы асылды
Ит лавкаһы асылды
Ит лавкаһы асылды
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: