Йәмғиәт
7 Август 2024, 10:57

Ҡурғашлы халҡы ситкә китмәй

Республиканың баш ҡалаһынан йыраҡта, төпкөлдә ятҡан Бөрйән районында һуңғы йылдарҙа һәр тармаҡта үҫеш күҙәтелә. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу арҡаһында халыҡ тыуған төйәгендә ҡалып, бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп йәшәй.

Ҡурғашлы халҡы ситкә китмәйҠурғашлы халҡы ситкә китмәй
Ҡурғашлы халҡы ситкә китмәй

Районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын яҡшыртыу йәһәтенән дә ҙур эштәр бара. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, Ҡурғашлыла һыу үткәргес селтәре төҙөлә. Ауыл халҡы бындай уңайлылыҡ тыуҙырылыуына сикһеҙ шат. “Йәшәү өсөн заманса шарттар тыуҙырылғанлыҡтан, йәштәребеҙ ҙә тыуған төйәгендә икеләнмәйенсә төпләнеп ҡала, күптәре ауылда, районда шәхси эштәрен йәйелдереп, матур тормош көтә”, – ти Ҡурғашлы халҡы.

“Ил, республика етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Газ үткәреү программаһы киңәйтелеүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Был өлкәләге заманса үҙгәрештәр, яңы проекттар Бөрйән кеүек төпкөлдәге райондарҙың да үҫешен, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән булыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Артабан да дәүләт тарафынан бирелгән барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып эшләйәсәкбеҙ”, – ти район етәкселеге. 

Дилбәр Ишморатова, Башҡортостан гәзите

Автор:
Читайте нас