Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль , 10:30

Өфөлә блогерҙар командаһы үҫмерҙәрҙе саҡыра

Ижади индустрияла үҫешергә теләгән бөтә үҫмерҙәр өсөн блогерҙар командаһына саҡырыу иғлан ителде. Республикала билдәле режиссер Һәм креатор Рөстәм Аҙнабаевтың «ТЕЛЕШКО» медиамәктәбе командаһы "Эйе" блогерҙар командаһына саҡырыу иғлан итте. "Да" блогер командаһының башҡортса атамаһы тап шулай тәржемә ителә.

Өфөлә блогерҙар командаһы үҫмерҙәрҙе саҡыра
Өфөлә блогерҙар командаһы үҫмерҙәрҙе саҡыра
«ЭЙЕ» командаһына  уҡырға медиаға тәүге аҙымдарын яһаған һәм ижади индустрияла үҫешергә теләгән 13-17 йәшлек үҫмерҙәр саҡырыла.
Уҡытыу “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбенең белем биреү программаһына нигеҙләнә һәм туғыҙ ай дауам итә. Проектта ҡатнашыусылар өсөн сифатлы контент төҙөү, шәхси брендты булдырыу һәм авторлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса бик күп файҙалы практикумдар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Атап әйткәндә, “Видеоблог режиссураһы”, “Кадрҙа эшләү”, “Телмәр техникаһы”, “Ҡорау режиссураһы”, “Актёрлыҡ оҫталығы” тигән дәрестәр ҡаралған.
 
Үҫмерҙәргә белем биреү өсөн федераль каналдарҙың режиссёрҙары, республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары, билдәле блогерҙар, актёрҙар йәлеп ителә.
Тәүге дәрестәр августа уҡ башлана. “Эйе” төркөмөнә инер өсөн ЭЙЕ.РФ һылтанмаһы буйынса үтергә һәм кастинг-анкетаны тултырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың рәсми битләүендә табырға мөмкин.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Аҙнабаевтың “ТЕЛЕШКО” медиамәктәбе 12 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул Рәсәй ижади индустрияһы өсөн кадрҙар әҙерләү урынына әүерелгән. Унда белем алған йәштәр бөгөн федераль каналдарҙа алып барыусы, режиссёр, продюсер һәм мөхәррир булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ китематография өлкәһендә уңыш яулаусылар бар. “Телешко”ның уҡыусыларының күбеһе мәктәп йәшенән үк коммерцияға ҡоролған видеоблогтар һәм шәхси каналдар алып бара.
 
Проект Башҡортостан башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Автор:
Читайте нас: