Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 17:36

Телде һаҡлау – бер кешенең генә эше түгел.

Тел мәсьәләһе һәр заманда иң актуаль, киҫкен торған мәсьәләләрҙән һаналған һәм әле лә шулай: һәр кемде туған теленең йәшәйеше, бөгөнө һәм киләсәге борсой. Бөгөн тегендә-бында: ”Балалар башҡортса һөйләшмәй. Күберәк телефонда ултыра, русса, хатта инглизсә мультиктар ҡарай”, -тигән зар һүҙен ишетеү яңылыҡ түгел.Тел – милләт йөҙө, рух сәңгелдәге, баһаһыҙ байлыҡ - быныһы һәр кемгә асыҡ, әммә ошо хазинаны һаҡлап ҡалыу, бигерәк тә бөгөнгө фәнни-техник прогресс осоронда - икенсе мәсьәлә.

Телде һаҡлау – бер кешенең генә эше түгел.
Телде һаҡлау – бер кешенең генә эше түгел.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән Башҡортостанда күп эштәр эшләнә. Мәҫәлән, 2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, руссанан башҡортсаға онлайн-тәржемә итеү һүҙлеге bashkortsoft.ru, 2023-2024 йылдарҙа башҡортса һөйләшкән «Һомай» аҡыллы колонкаһы барлыҡҡа килде һ.б.
Интернет селтәрендә башҡорт телен нисегерәк үҫтереп, милләтебеҙ киләсәге булған бәләкәстәребеҙгә туған телде нисек һеңдереп була – яҡташыбыҙ, “Һомай” аҡыллы колонка авторы Айгиз Рәжәп улы Ҡунафин менән ошо хаҡта һөйләштек.

-Эйе, бөгөн хатта төпкөлдәге бәләкәй ауылдарҙағы балаларҙың русса һөйләшеүе берәүгә лә яңылыҡ та, сер ҙә түгел. Беҙ бында проблеманы шунда күрәбеҙ: бөгөнгө тиҙләнешле заманда балалар гаджеттарҙа ултыра, төрлө видеолар, йәнһүрәттәр, блогерҙарҙы ҡарай, ә унда бөтә нәмә рус телендә. Рус телле мөхитенән урамға сыҡҡас, ул тиңдәштәре менән русса аралаша. Балалар телефон аша русса матур һөйләшергә, фекерен белдерергә лә тиҙ өйрәнеп ала. Туған телдә аралашыу даирәһе кәмей бара. Милләтебеҙҙе ошо бәләнән саҡ ҡына булһа ла йолоп-ҡурсыу өсөн беҙ “Һомай” аҡыллы колонкаһы булдырҙыҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү юҫығындағы ярҙамы беҙҙең эшкә ҡулай булды – һанлаштырыу буйынса Республика Башлығы грантын оттоҡ.

Икенсе грантыбыҙ иһә “YouTube” каналындағы мультиктарҙы башҡортсаға тәржемәләү эшенә булышлыҡ итте. Билдәле, йәнһүрәттәрҙе төшөрөү күп сығымдар талап итә, ә әҙер һүрәткә “тауыш биреү” күпкә отошло. Заман технологиялары автомат рәүешендә тәржемәләүгә форсат бирә.

“Һомай” колонкаһының эше – шәхсән минең генә эш түгел. Ул – күмәк көс, хатта тотош башҡорт донъяһы менән атҡарылған эш, тиерлек.
Беҙ ике вариантты ҡараныҡ. Идеаль вариант – йәнһүрәттәге геройҙар тауышын бирә алыу, икенсеһе – синтез программалары буйынса телмәрҙәрҙән оҡшаштарын һайлап алыу. Быныһы – запас вариант.
Ҡыҫҡаһы, беҙ аудитория, халыҡ менән эшләйбеҙ. Телде һаҡлау – бер кешенең генә эше түгел. Үҙебеҙҙең хеҙмәт менән туған телебеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға, ул бөгөнгө аһәңендә, байлығында киләсәк быуынға етһен өсөн ниндәйҙер өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ икән, беҙ – бәхетле, ти Айгиз Рәжәп улы.

Уның һүҙҙәрендә хәҡиҡәт бар – телебеҙҙе һаҡлауға һәр башҡорт үҙ өлөшөн индерергә, туған телебеҙҙең алтын сылбыры беҙҙең балалар быуынында өҙөлмәһен өсөн барыһын да эшләргә тейеш!

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: