Нәҡ шулай: йәй аяғың тәп итмәһә, ҡыш ауыҙың сәп итмәүе лә ихтимал.
Ошо мәҡәлде дөрөҫ аңлаған Исламбай Кәримовтары йәйҙең һәр көнөн генә түгел, һәр сәғәтен үҙ файҙаһына бормаҡсы.
Кәримовтарҙың өс балаһы булып, өлкән ҡыҙҙары Зилиә үҙаллы тормошта.Уртансы улдары Кәрим, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледждың беренсе курсын тамамлап, ауылда йәйге ялда, кесе улдары Илһам 7-се класты бөткән.
Каникул - баҡса, йорт-ҡура эштәре менән генә булып, беләккә көс туплау осоро ғына түгел, йәнгә рәхәт алып, үҙең яратҡан эш менән шөғөлләнеп, ирәйеп йәшәп ҡалыу миҙгеле лә.
“Илһам улым менән еләккә йөрөйбөҙ. Йыл да үҙебеҙгә етәһен йыйып, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләп алғандан һуң, артҡанын һатып, кәрәк -яраҡҡа тотонабыҙ. Быйыл да еләк бешеү менән урманға йөрөй башланыҡ. Бөгөн 6-7 литр тирәһе еләк һаттыҡ. Көндәр матур торһа, әле лә йөрөрбөҙ, тип торабыҙ. Баҡсала ла шулай уҡ еләк күп кенә. Йыйып алып ҡайнатып, бер аҙын шәкәргә бутап һыуытҡысҡа ла ҡуйып ҡуйҙыҡ. Һораусылар бар - уның да артҡанын һатып аҡса эшләп алабыҙ.Ҡыҫҡаһы, тик ултырмайбыҙ - малайҙар менән бергәләшеп ғаилә бюджетын нығытабыҙ», -ти Зөбәржәт Ғүмәр ҡыҙы.
Йыйһаң еләк, тулыр силәк, тик ваҡыт һәм елкә генә кәрәк шул.