Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь , 17:01

Владимир Путин Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһында «Геройҙар ваҡыты» мәғариф программаһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Был программа Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырыла һәм Рәсәйҙең халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте Академияһының дәүләт идаралығы юғары мәктәбе тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Программаның маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһынан юғары квалификациялы, компетентлы идарасылар әҙерләү. Улар артабан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында эшләйәсәк. 83 кеше беренсе ағымда уҡый ҙа инде.

Рәсәй Президенты, илебеҙҙә һәр ваҡыт үҙҙәрен йәлләмәй Ватанға хеҙмәт итергә, уны яҡларға һәм арттырырға үҙҙәре өсөн эске ҡарар ҡабул иткән кешеләр булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостандан 23 махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы «Геройҙар ваҡыты» программаһына үтте һәм киләһе ағымдарҙа уҡырға әҙерләнә.

Автор:
Читайте нас: