Йәмғиәт
16 Июнь 2024, 03:15

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!

Һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙы кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм  итәғәтлелек талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәнһегеҙ. Гиппократ антына тоғро ҡалып, кешегә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ, донъялағы иң мөһим байлыҡты – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ.
Еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә хас булған яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек менән киләсәктә лә үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәп, халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт итерһегеҙ тип ышанам. 
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, изге эшегеҙҙә уңыштар, бәхет, күңел йылыһы, уңайлы эш шарттары һәм именлек теләйем!
Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте
башлығы.

Автор:
Читайте нас