Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2024, 09:29

Радий Хәбиров: Башҡортостан журналистары ысын ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә

14 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төбәк Башлығы Радий Хәбиров республика киң мәғлүмәт сараларының «Медиайын» дүртенсе форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ул тармаҡ үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн 500-ҙән ашыу мөхәррирҙе, республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистарын, эксперттарҙы йыйҙы. Быйылғы форумдың темаһы - «Мы вместе. Беҙ бергә».

Радий Хәбиров: Башҡортостан журналистары ысын ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә
Радий Хәбиров: Башҡортостан журналистары ысын ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә

Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы һөнәри байрамдары - республиканың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы һәм төбәк үҫешендә журналистар берләшмәһенең мөһим ролен билдәләне.

– В Башкортостане большая армия журналистов, телекорреспондентов, издателей, блогеров. И я благодарю вас за очень нужный нашей республике труд, – сказал Радий Хабиров. – В непростой период борьбы с коронавирусом на вашу долю выпала серьёзная задача. Нужно было рассказывать о тех мерах, которые принимает власть, чтобы сохранить здоровье людей, спасти их жизни. Кстати, именно тогда появилось огромное количество фейков. И вы смело их разоблачали. Делали репортажи из «красной зоны», проявляли самое настоящее мужество и журналистскую доблесть.

Глава РБ

Автор:
Читайте нас