Ылауҙы район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, район прокуроры Андрей Ёлкин, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, район мәҙәниәт һарайы водителе Рәмил Минһажев, район хакимиәте водителе Илнур Хәмиҙуллин оҙатып бара.
Әйберҙәр район хакимиәте, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар ярҙамында Газель автомобиленә тейәлде.
Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, бысҡылар, рабица, миндектәр, газ баллондары, электродтар, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек, кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр тапшырылды. Ике дрон отпускыға ҡайтып кире юлланған яҡташыбыҙға бирелгән. Прокуратуранан тағы бер дрон һәм район прокуроры А. Ёлкиндың ҡыҙы уҡыған Өфө лицейы уҡыусылары йыйған ярҙам да ошо ылау менән ебәрелде.
Республиканан фуралар булмағас, хәрби операция зонаһына ебәреләсәк машиналар, ҙур габаритлы әйберҙәр тороп ҡалды. Улар июнь башында оҙатыла, тип көтөлә.
Гуманитар ярҙамды йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәт.
Егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек. Артабан да берҙәм булайыҡ!