Йәмғиәт
28 Май 2024, 05:35

«Китап-байрам»да Санкт-Петербург нәшриәте Бөрйән бал ҡорто Зуляның мажаралары хаҡындағы китабы менән таныштырҙы

25 майҙа «Китап-байрам» II Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Мең ҡала, миллион тарих» проектының «Өфө каникулдары, йәки бал ҡорто нисек королеваға әүерелгән» тигән яңы китабының исем туйы уҙҙы. Был Бөрйән бал ҡорто Зуляның юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған ырыуҙаштарын ҡотҡарыу өсөн Өфөгә юлланыуы хаҡында әкиәт.

«Китап-байрам»да Санкт-Петербург нәшриәте Бөрйән бал ҡорто Зуляның мажаралары хаҡындағы китабы менән таныштырҙы«Китап-байрам»да Санкт-Петербург нәшриәте Бөрйән бал ҡорто Зуляның мажаралары хаҡындағы китабы менән таныштырҙы
«Китап-байрам»да Санкт-Петербург нәшриәте Бөрйән бал ҡорто Зуляның мажаралары хаҡындағы китабы менән таныштырҙы

Санкт-Петербургтағы «Графо» нәшриәт лабораторияһы проекты - Рәсәй мәҙәниәтенең күп төрлөлөгө һәм байлығы хаҡында китаптар циклы, ул уҡыусыларға рухи аң-белем таратыуға йүнәлтелгән. Йыйылыусыларға сәләмләү телмәре менән баҫманың баш мөхәррире Елена Оганова мөрәжәғәт итте:

- Бөгөн ошо ҡунаҡсыл ҡалала - Өфөлә беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип билдәләне ул. - Проекттың һәр китабы - ул Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының береһендәге үҙенсәлекле мажара. Унда урындағы халыҡтың үҙ төбәктәренең иҫтәлекле урындары, тарихы һәм йолалары хаҡында һөйләй. Бөгөнгө көнгә Петербург һәм Мәскәү тураһында баҫмалар донъя күргән, ә Өфө серияның өсөнсө геройы булды.

Һәр китаптың авторы - яҙыусы, әҫәрҙә һүҙ барған ҡалала йәшәүсе. Яҙыусы, йәмәғәтсе, Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы башлығы Алла Кузьмина Өфө тураһында әҫәр яҙыу бәхетенә эйә булды. Исем туйында автор «Өфө каникулдары, йәки бал ҡорто Зуляның нисек итеп королеваға әйләнеүе» әкиәтен нисек яҙыуҙары хаҡында һөйләне.

- Әкиәт Өфөнөң 450 йыллығына арнала һәм баш ҡаланың мөһим иҫтәлекле урындары, Башҡортостан йолалары, тарихы, мәҙәниәте тураһында һөйләй, - тине Алла Кузьмина.

Был Бөрйән бал ҡорто Зуляның юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған ырыуҙаштарын ҡотҡарыу өсөн Өфөгә юлланыуы хаҡында әкиәт. Уға был йәһәттән тейен балаһы Яник, сысҡан балаһы Тим, бал ҡорттарының королеваһы Влада һәм башҡа өфөлөләр ярҙам итәләр. Автор билдәләүенсә, сюжетты яҙған ваҡытта солоҡ ҡорттары тураһында байтаҡ мәғлүмәттәрҙе өйрәнгән, шулай уҡ китапта әкиәттең төп геройҙары ҡатнашҡан маршрут буйлап йөрөгән. Дуҫтар, мәҫәлән, Сергей Аксаковтың йорт-музейында, республиканың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай бинаһында, «Арт-квадрат»та, Опера һәм балет театрында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Михаил Нестеровтың художество музейында һәм баш ҡаланың башҡа әһәмиәтле урындарында булалар. Күп кенә персонаждарҙың прототиптары - республиканың танылған шәхестәре, ә «Графо» мөхәррире Любовь Маханькова һәм Санкт-Петербургтан китап иллюстраторы Юлия Буланова милли колоритты дөрөҫ итеп биреү өсөн республика йолаларын ҙур иғтибар менән өйрәнгән.

Молодёжная газетанан

 

Автор:
Читайте нас