Йәмғиәт
24 Мая 2024, 10:29

Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Беҙҙең өсөн генә бөгөнгө көн, Мәктәбемдә «Һуңғы ҡыңғырау»              Уҡып белем алған ул-ҡыҙҙарын              Оло юлға әйҙәп яңғырай.

Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Байназар урта мәктәбендә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамына арналған тантаналы линейка сығарылыш класы уҡыусыларын - 11-ҙәрҙе алҡышлап, байрам түренә саҡырыуҙан башланып китте.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың флагтарын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре Исмәғилева Инзилә менән Хисаметдинов Айназға бирелде.

Мәктәп директоры Н. С. Исмәғилева, Байназар ауылы биләмәһе башлығы Н. Н. Әминев, Берйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В. В. Вәлиева, "Беренселәр" хәрәкәтенең Бөрйән районы буйынса белгестәре А. Н. Умарова, Г. Ф. Төлкөбаева сығарылыш класы уҡыусыларын тәбрикләп, һәр яҡлап өлгөлө уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙылар.

Илебеҙ именлеге өсөн баштарын һалған егеттәребеҙҙең ата- әсәләре улдары рухына премиялар булдырғайны. "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында уҡыуҙа, спортта, йәмғиәт эштәренә актив уҡыусыларға ошо премиялар тапшырылды.

Филүс Нурғәлин исемендәге премияға 8 класс уҡыусыһы Мостафина Әлфинә, Инсур Кинйәкәйев исемендәге премияға 6 класс уҡыусыһы Мостафин Раян, 11 класс уҡыусыһы Ишбулатов Батыр, Вилдан Вәлиев исемендәге премияға 2 класс уҡыусыһы Наҙгөл Хисаметдинова, 4 класс уҡыусыһы Наҙгөл Ҡарағолова лайыҡ булды.

Шулай уҡ мәктәбебеҙҙә оҙаҡ йылдар химия фәненән белем биргән, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Шәүрә Абдулла ҡыҙы Абдуллина, Байназар мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатов исемендәге премияларҙы Ишбулатовтарҙың улдары былтырғы уҡыу йылында булдырғайны. Салауат Ғәлимйән улы был премияларҙы химия, биология фәндәре олимпиадаһы еңеүсеһе Лиана Ишбулатоваға, республика конкурстары еңеүсеһе Вәсилә Әйүповаға тапшырҙы.

Сығарылыш класына һүҙ бирелгәс, 11 класс уҡыусылары үҙҙәренең моңло йырҙары, күңелдәргә үтер шиғыр юлдары менән барыһын да һоҡландырҙы. Уларға алмаш булып үҫеп килеүсе беренселәр ҙә ағай-апайҙарына матур теләктәрен еткерҙеләр һәм сығарылыш класы уҡыусыларынан бүләккә шар алып, ҡыуандылар. Башланғыс класты тамамлаусы дүртенселәр менән ун беренселәрҙең флешмобы барыһын да һоҡландырҙы.

Ата-әсәләр исеменән Артур Фәрит улы Ишбулатов сығарылыш уҡыусыларын бөгөнгө сара менән ҡотлап, кешелеккә белем биргән уҡытыусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

9 һәм 11 класс уҡыусыларының һуңғы мәктәп вальсы береһен дә битараф ҡалдырманы. Баласаҡ иленең символы булған шарҙарҙы күккә осорғандан һуң, сығарылыш класы уҡыусылары мәктәп менән хушлашып, яҡты киләсәккә табан юл алдылар.

Тантаналы линейканан һуң хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн сәй табыны ойошторолдо. Уҡыусылар иһә Ҡурыуҙы тауындағы паркта ағас ултыртты.

Ҡәҙерле сығарылыш класы уҡыусылары! Һеҙгә имтихандарығыҙҙы уңышлы тапшырып, үҙегеҙ теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инергә яҙһын! Артабан да әлегеләй тырыш, маҡсатлы, рухлы булып ҡалығыҙ! Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә!

Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Уңыштар һәм аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Автор:
Читайте нас