Сираттағы рейд иҫәптә торған ғаиләләрҙең хәүефһеҙ йәшәү рәүешен асыҡлау маҡсатында үтте. “Ғаилә” үҙәге белгестәре Н. Хәсәнова һәм Х. Йәғәфәрова, 73-сө янғын һүндереү часенең бүлек командиры И. Байморатов менән берлектә район үҙәгендә йәшәүсе бер нисә ғаиләгә барып янғын иҫкәртеү ҡоролмаларының булыуын, уларҙың төҙөклөгөн ҡараны, хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртте.
Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән Иҫке Собханғол ауылы биләмәһенә ҡараған Яңы Мөсәт, Ишдәүләт ауылдары тулыһынса тәьмин ителгән. Яҡын арала 70-тән артыҡ ҡоролма Иҫке Мөсәт ауылында йәшәүселәргә, шулай уҡ быйылғы йылда Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол ауылдарында һәр өйгә таратыласаҡ. Был иҫәпкә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары алдан таратылған ғаиләләр инмәй.