Йәмғиәт
10 Май 2024, 11:53

Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы

8 майҙа Тимер мәктәбе стадионында ике тапҡыр «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән наградланган яҡташыбыҙ Ғөбәйҙуллин Данис Тимерйән улы исемендәге күсмә кубокка футбол ярышы үтте.

Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙыБатыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы

Ямғырлы көнгә ҡарамаҫтан уйын бик сәмле барҙы, бөтәһе 4 команда ҡатнашты.

Ярыштың һөҙөмтәләре буйынса өс урын билдәләнде: 1-се урынды Тимер ауылы, 2-се урынды Ағиҙел ҡасабаһы, ә 3-сө урынды Ғөбәйҙуллиндар командаһы яуланы.

Ғөбәйҙуллиндар йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, ололар менән бер рәттән һынатмай уйнанылар. Уйында иң йәш һәм иң шәп һаҡсы (защитник) булып яугирҙың улы Ғөбәйҙуллин Эмиль танылды, - тип хәбәр иттеләр Данис Тимерйән улының яҡындары.

Уйында шулай уҡ иң шәп ҡапҡасы булып Айсыуаҡ Ғазин, иң шәп уйынсылар булып Рушан Шәрәфетдинов, Ильяс Иҫәнғазин, Тимур Алтынбаев, Айгиз, Илнар Зариповтар, иң шәп һөжүм итеүселәр булып Рәфил Үлмәҫбаев менән Илнар Баймырҙин билдәләнгән.

Яугирҙың әсәһе Сәмиға Зәкир ҡыҙы ярышты ойоштороуҙа күп көс һалған һәм спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән районыбыҙ десантниктарына һәм Чечняла хеҙмәт иткән егеттәргә, район ветерандар советы етәксеһе О. Ғәлиевҡа, Данис Тимерйән улының дуҫы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Вәғиз Мырҙағоловҡа, ауыл хакимиәте башлығы Ғайсин Ғайса Зөфәр улына, Тимер ауылы мәктәбе һәм балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Сәмле уйындан егеттәр бик дәртләнеп таралышҡан. Батыр яҡташыбыҙҙың да рухы шат булғандыр.

Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Батыр иҫтәлегенә футбол ярышы уҙҙы
Автор:
Читайте нас