Матәм митингыһында яугирҙың туғандары, күршеләре, ауылдаштары, класташтары, яҡындары, район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ф.Моратбаҡыев, Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссар С.Захаров, район ауылдарынан, ҡырҙан килгән күп һанлы ҡәрҙәштәр ҡатнашты.
Илназ Илгиз улының "Ҡаһарманлыҡ "ордены яугирҙың атаһы Илгиз Йәнғәле улына тапшырылды.
Йәнең йәннәттә булһын, ҡаһарман яҡташыбыҙ!