Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 19:51

Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. 

Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы
Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы

Рәсәй Президенты Башҡортостан Башлығынының эшмәкәрлеген хупланы һәм ыңғай баһаланы. 

Бөгөн, 9 апрелдә Кремелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш осрашыуы үтте. Көн тәртибендә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре.

– Республикабыҙ үҫешә. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Хөкүмәт линияһы, Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса бөтә программаларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, – тип башланы Радий Хәбиров. Ул Владимир Путинға тәү сиратта инвестициялар йәлеп итеү, инвесторҙарға шарттар булдырыу тураһында һөйләне.

– Һәр ваҡыт әйтеп киләм, Башҡортостан бер осор инвесторҙар “яратып етмәгән” төбәк ине. Әммә беҙҙә ресурстар бар: ер ҙә бар, хеҙмәт ресурстары ла етерлек. Шуға күрә әле беҙгә әүҙем рәүештә кешеләр һәм предприятиелар килә башланы,– тине етәксе. Радий Фәрит улы нефть химияһы буйынса проекттарҙы өҫтөнлөклө тип атаны. “Башнефть” линияһы буйынса предприятиелар, “Газпром-нефтехим-Салауат” буйынса эшләйбеҙ.

Ҙур инвестиция проекттары әле әҙерләнә, проект эштәре кимәлендә булғандары ла бар. “Сода” менән 2030 йылға тиклем 100 миллиард һумға тиклем инвестициялар булыр тип килештек. Бөтә ярҙам төрҙәрен дә ҡабул иттек. Беҙҙә биш ТОСЭР, махсус иҡтисади биләмә, ун кластер бар. Беҙ ҙур предприятиеларға ғына түгел, бәләкәйҙәренә лә эшләр өсөн мөмкинлектәр бирәбеҙ”, – тине Радий Хәбриов.

Башҡортостан Башлығы Владимир Путинға махсус хәрби операцияға һәм яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам, гуманитар ярҙам күрһәтеү, доброволецтар отрядтары, “Башҡортостан” полкы, мобилизацияланған егеттәр, уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләне. Башҡортостандың нисек итеп яңы биләмәләргә ярҙам итеүе, шефлеҡҡа алған территориялар тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Бынан тыш һөйләшеү Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылды, республикала эшләгән оборона предприятиелары тураһында әйтелде. Радий Фәрит улы Беларусь һәм Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек тураһында киң мәғлүмәт бирҙе. Ауыл хужалығы тармағы, торлаҡ төҙөлөшө, мөһим һәм инфраструктура объекттары тураһында әйтте.

– Владимир Владимирович, Һеҙгә алдаған өлөшсөләр өсөн рәхмәт әйткем килә. Был республиканың ауыр яраһы ине. 10 мең кеше алданды. Һеҙҙең ярҙам менән был проблеманы хәл иттек. 130 объекттың яртыһын төҙөнөк, яртыһы буйынса аҡсалата бирҙек, – тине ул. Һаулыҡ һаҡлау, кадрҙар менән тәьмин итеү, табиптарҙы йәлеп итеү, мәғариф, колледждарға ярҙам, юғары белем биреү һәм фән, туризмды үҫтереү – бер тема ла ситтә ҡалманы.

Һөйләшеү аҙағында Радий Фәрит улы Президентҡа мөрәжәғәт итте:

– Владимир Владимирович, биш йылдан ашыу ваҡыт үтте: 2018 йылдың октябрендә Һеҙ мине юғары вазифаны башҡарырға билдәләнегеҙ, республикаға етәкселек итеүҙе ышанып тапшырҙығыҙ. Көҙ көнө вәкәләттәремдең ваҡыты сыға. Ошо айҡанлы, әгәр Һеҙҙең ышаныс булһа, был эште дауам итергә ине. Булған пландарҙы һәм республиканың әлеге үҫеше темпын тәьмин итергә тырышыр инем. Мотлаҡ рәүештә һеҙҙең ҡарар һәм ышанысҡа ҡарайым, – тине ул.

– Радий Фәрит улы, дөйөм алғанда һеҙҙең барыһы ла килеп сыға, пландарығыҙҙа күп, һөҙөмтәләр ҙә һәйбәт. Шуға күрә мин үҙемдең яҡтан Һеҙҙе хуплар өсөн барыһын да эшләйем, ә һайлауҙы кешеләр яһаясаҡ. Күберәк кешеләр менән эшләргә кәрәк, айырыуса әлеге ваҡытта, туранан-тура, күберәк һәм йышыраҡ осрашырға, сөнки эш кабинетынан күпте күреп, күпте ишетеп булмай. Дөйөм алғанда барыһы ла һәйбәт, уңыштар теләйем, - тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Автор:Альфия Мингалиева

Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: