Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель , 09:38

Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ

Ата - олатайҙарыбыҙ элек - электән бер-береһен ҡурсалау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, һыуға, боҙға бәйле кинәт килеп сыҡҡан хәлдәрҙә - хәүеф-хәтәрҙә юғалып ҡалмаҫ өсөн боҙ киткән мәлдә төрлө саралар ойошторған. "Боҙ оҙатыу" йолаһы бына ошонан килеп сыға ла инде.

Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ

Йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалған көндә әле лә уның ҡуҙғалғанын ҡарарға, төрлө ауырыуҙарҙы, бәлә-ҡаза, ҡайғы-хәсрәтте ағыҙып алып китһен өсөн теләктәрен әйтергә барыһы ла йыйыла.
Һыу Янына баҫып, изге теләктәрен еткереп, сәләмәтлек һәм Ил-йортобоҙға именлек теләйҙәр.
Был йоланы беҙҙең бөрйәндәр йылда ла онотмайҙар.

Быйылғы йылда боҙ китеүе бик шомло, бөтәбеҙҙе ҡурҡытып килде районыбыҙҙың Байназар ауылына. Ҡурҡыныс тығын барлыҡҡа килеп, үҙ көс - ғәйрәтен, ҡанундарын күрһәтеп, Ағиҙел ярҙарынан сыҡты. Һөҙөмтәлә, ауылды һыу баҫты.
Боҙҙоң тығындар барлыҡҡа килтермәй генә ағып китеүен, ташҡындың хужалыҡтарына зыян килтермәүен генә теләгән байназарҙар ауыр мәлдә бер - береһен ташламанылар, көнө - төнө дежур иттеләр. Ярҙам кәрәк ғаиләләргә ярҙам күрһәтеп, һыу кимәле күтәрелеү хәүефе булғас, кешеләрҙе лә хәүефһеҙ урынға күсереү ойошторолдо. Ташҡын хаҡында халыҡҡа хәбәр итеп, мәғлүмәт еткереү ҙә оператив рәүештә барҙы.

Байназарҙарҙың яҙғы ташҡын хәүефе янаған ошондай мәлдә лә ойошҡанлы, бергә икәнлектәре күренде. Батыр егеттәр төнөн ауылды ҡурҡыныс ташҡындан ҡурсалап, һаҡта булдылар.
Бына шул арҡылы бәлә - ҡазанан ауыл ҡотолоп ҡалды.

Ҙур эштең башында ойоштороп йөрөгән байназарҙың аҫыл егеттәренә, Байназар биләмәһе башлығы Әминев Нуриман Нуретдин улына, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Әлибаков Хәйҙәр Таштимер улына һәм Йосопов Әлфир Фауарис улына, әлеге мәлдә хаҡлы ялдағы ауылдың хакимиәт башлығы Салауатов Айрат Зиннур улына, хәстәрлекле хужабыҙ, һәр саҡ беҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртыусы, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улына, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Хәлитов Ғайса Әхәт улына, хәүефһеҙлек белгесе Шәһивәлиев Әмир Дарис улына һәм байназарҙар имен - һау ҡотолһондар инде был афәттән, тип теләүсе райондаштарға, яҡташтарға, барыһына ла Байназар халҡы бик рәхмәтле.

Ниндәй генә хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫ, танауын төшөрмәҫ, егәрле, уйынсыл, ауырлыҡты йыр-моң менән, ҡурай уйнап, тирә - яҡты гармун моңона күмеп бергә еңгән, ер-һыуын, йәшәгән төбәген яратҡан моңло-затлы иткән Байназар ауылы халҡына Афарин, тиергә генә ҡала.

Бөрйәндә иң шәп ауылдарҙың береһе - ул Байназар!

Сәйҙә Сәйәхова


#Айыҡ_ауыл_Байназар
#АйыҡАуыл2023
#Трезвоесело2023
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы

Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Байназарҙар - шәп, берҙәм халыҡ
Автор:
Читайте нас: