Йәмғиәт
15 Март 2024, 07:39

Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә

Бөгөн, 15 мартта, 2025 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү башланды. Тауыш биреү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирәБашҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү барышында ҡалаларҙағы һәм ауылдарҙағы ниндәй парктарҙы, скверҙарҙы, йәйәүлеләр зоналарын, яр буйҙарын тәү сиратта тәртипкә килтерергә кәрәклеген халыҡ үҙе билдәләй.

Быйыл Башҡортостанда тауыш биреүгә 216 объект тәҡдим ителә. Шуларҙан 120 йәмәғәт биләмәһе һайлап алына. Тәҡдим ителгән объекттар иҫәбе ҡала һәм райондарҙа төрлөсә: икенән алып алтыға тиклем. Өфөлә улар - 18.

Тауыш биреү пункттарында ирекмәндәр эшләй, улар халыҡҡа теге йәки был биләмәне һайларға ярҙам итәсәк. Төбәктә бөтәһе 16 мең самаһы ирекмән эшләй. Ирекмәндәр эшләгән пункттарҙың адрестары Национальныепроекты.РФ  сайтында, шулай уҡ муниципалитеттарҙың сайттарында баҫылған.

- Мин ҡалабыҙ сәскә атһын һәм яҡшыраҡ булһын өсөн уға ярҙам итә алыуымды һиҙә башланым. Эйе, мин тәүге тапҡыр йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашам. Мине, әгәр тауыштар йыйырға ярҙам итһәм, ниндәйҙер яңы һәм шәп нәмә төҙөйәсәктәр, тигән уй дәртләндерә. Был ҡыуандыра һәм илһамландыра, - ти ирекмән Екатерина Гусак (Салауат ҡалаһы).

- Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проектында өсөнсө йыл ҡатнашам. Миңә был проект ярҙамында ауылыбыҙҙа барған яҡшы үҙгәрештәрҙең бер өлөшө булыу оҡшай. Беҙ ҡыҙыбыҙ менән 6 йыл дауамында ирекмәнлек менән шөғөлләнәбеҙ. Проект сиктәрендә тауыш биреү асылған мөмкинлектәр хаҡында әүҙем мәғлүмәт бирәбеҙ. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу сиктәрендә төҙөкләндерелгән урындарға ҙур ғорурлыҡ менән барабыҙ. Бәләкәй балаларыма ла ошо хаҡта һөйләйем. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа волонтер булыу - ул күләмле үҙгәртеп ҡороуҙарҙың бер өлөшө булыу, - тип билдәләй Рузалия Бәҙретдинова (Тәтешле районы).

Йылдан-йыл Башҡортостан халҡы йәмәғәт киңлектәрен һайлағанда ҙур әүҙемлек күрһәтә. 2021 йылда ойошторолған тәүге онлайн-тауыш биреүҙә Башҡортостандан 387 мең кеше, 2022 йылда - 560 меңдән ашыу, 2023 йылда 760 мең кеше ҡатнашҡан.

- Хәҙер бөтә ил киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен әүҙем һайлай. Йәмәғәтселектең бындай әүҙемлеге беҙҙе фатирҙарыбыҙҙан ситкә алып китә. Халыҡ үҙенең ҡалаһына һәм ауылына икенселәй ҡарай башлай, ниндәйҙер яңы коммуникациялар юлға һалына.
Бынан тыш, төҙөкләндереү - киләсәккә инвестиция тип иҫәпләйем. Төҙөкләндерелгән биләмәләр йәшәү сифатын яҡшырта, бизнесты үҫтерергә этәрә, туристарҙы йәлеп итә. Паркка ҡарап торған ҡуйылған фатирға ла өҫтөнлөк бирелә.

Хөрмәтле республика халҡы, тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ, тәҙрә аша картинағыҙҙы үҙгәртегеҙ. Беҙҙе уратып алған киңлек үҙ-үҙебеҙҙе тойоуға тәьҫир итә, - тип һөйләй БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Ауыл һәм ҡалаларҙа төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алғанда халыҡ фекере иҫәпкә алына. Проекттарҙы тикшергәндә уларҙың функциональ йөкмәткеһе лә ҡарала. Һуңынан проектлаусылар эшкә тотона, улар арҡаһында һәр биләмә эксклюзив төҫ ала. Үҙенсәлекле архитектура, уңайлы һәм хәүефһеҙлек мөхите булдырыла, унда төрлө йәштәге кешеләрҙең йәшәүе, эшләүе һәм әүҙем ял итеүе берҙәй ҡыуаныслы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент ҡарары буйынса был күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Дөйөм алғанда, алты йылда Рәсәйҙә 30 меңдән ашыу йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк. Ошо өлкәләге ҙур проекттарға һәм төҙөкләндереүгә 360 миллиард һум йүнәлтелә.

Һуңғы биш йылда Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы ярҙамында 7 млрд һумға 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

 

Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Автор:
Теги:фкгс
Читайте нас