Йәмғиәт
1 Март 2024, 09:27

Өфөлә “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте

2024 йылдың 28 февралендә Өфө ҡалаһында “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Сарала сығыш яһау өсөн темалар алдан асыҡланған һәм иғлан ителгән ине. Эш өс йүнәлештә алып барылды:1. Байназар ауылы тарихы һәм тирә - яғының ер-һыу атамалары тураһында;2. Бөрйәндең ер-һыу атамалары - туристик бренд;3. "Атайсал" проекты буйынса ер - һыу атамаларын һаҡлау.

Өфөлә “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” темаһына түңәрәк өҫтәл үттеӨфөлә “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте
Өфөлә “Тыуған яҡты өйрәнеү аспектында Бөрйән районы Байназар ауылы тарихы” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте
Сараға Бөрйән районы хакимиәте вәкилдәре, Бөрйән районы Байназар ауылынан сыҡҡан күренекле шәхестәр, Байназар ауылы мәктәбе уҡытыусылары, Өфөлә йәшәүсе ауылдаштар, журналистар саҡырылған ине.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәни улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Кәримова Рәмзиә Рафаил ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, Байназар ауылы менән бәйле йылы хәтирәләре менән бүлештеләр, ауылдың "Айыҡ ауыл - 2023" республика конкурсында еңеп сығырына ҙур ышаныс белдерҙеләр. Бөрйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы Өфө ҡалаһында эшләп килгән Бөрйән районы яҡташтар берлегенең эше тураһында әйтеп үтте һәм был эште юғары баһаланы.
 
Байназар ауылы хәҙерге Бөрйән районы биләмәһендәге Ҡарағай - ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарының иң боронғоһо, тарихы ла бик ҡыҙыҡлы. Байназар ауылы тарихы һәм тирә - яғының ер-һыу атамалары буйынса БР мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Суракова Фәрхәнә Ниғмәт ҡыҙы һәм БР мәғариф алдынғыһы Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы бик күп материал туплағандар. Бай йөкмәткеле был сығыштар ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
 
Шулай уҡ ғалим - зоотехнолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы Бөрйәндең ер-һыу атамаларын туристик бренд булараҡ һаҡлау буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
 
Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Хөббитдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы «Бабсак һәм Көҫәк» халыҡ эпосында Байназар ауылы топонимияһының сағылышы тураһында һөйләне.
Ғалим-физик, физика - математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Маликов Рәмил Фәрүҡ улы "Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе" буйынса яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.
 
Артабан Бөрйән районы яҡташтар берлеге рәйесе, Өфө сауҙа- иҡтисад колледжы директоры Сабитов Ришат Хәжгәле улы Байназар биләмәһендә “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуға бәйле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ә.-З.Вәлиди исемендәге милли китапхананың күргәҙмәләр һәм мәҙәни программалар үҙәге белгесе Туҡаева Нәсимә Баязит ҡыҙы ошо проект буйынса эште әүҙемләштереү, яҡын арала башҡарып ҡуйыу мөһим икәнлеген, берҙәм, татыу һәм системалы эшмәкәрлек яҡшы һөҙөмтәләргә алып киләсәк тип билдәләп үтте.
 
Фекер алышыуҙарҙан һуң түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Байназар ауылы тарихын һәм тирә - яғының ер-һыу атамаларын һаҡлау буйынса резолюция ҡабул итте. Шулай уҡ Атайсал" программаһын хуплап, киләсәктә "Тирмән ҡаяһы" (Тирмән) тарихи территорияһын төҙөкләндерергә тигән тәҡдимде тормошҡа ашырыу тураһында фекер алыштылар.
 
Сара аҙағында Байназар ауылы йәштәре исеменән Салауатов Айҙар Венер улы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, көрәш буйынса тренер Салауатов Илнар Айрат улы сығыш яһаны, тәҡдимдәр индерҙе, түңәрәк өҫтәл эшенә ҡеүәт өҫтәне.
 
Яҡташтар менән осрашыуҙа Байназар ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр ҡатнашты:
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры драма артисы Муллайән Зыяитдин улы Һөйәрғолов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Мөхәмәтйәнов Рәфис Гәрәй улы, "Юлдаш" радиоһы дикторы Салауат Зиннәт улы Шәмсетдинов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссер ярҙамсыһы Сатвалова Илүзә Йәүҙәт ҡыҙы.
 
Улар барыһы ла ҡатнашыусыларға Байназар ауылы тарихынан яңы факттар еткерҙе, ҡыҙыҡлы һығымталар яһаны, ауыл һәм район тормошондағы ваҡиғаларға стандарт булмаған ҡараштары менән уртаҡлашты.
Түңәрәк өҫтәлде Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Насырова (Мәсәғүтова) Илүзә Баязит ҡыҙы матур итеп алып барҙы.
Сара аҙағында Бөрйән район яҡташтар берлеге тарафынан түңәрәк өҫтәл эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Түңәрәк өҫтәл барышында Байназар ауылы тураһында презентация менән бер рәттән «Ауылым тарихы - ил язмышы» тип аталған бай йөкмәткеле китап күргәҙмәһе эшләне.
 
Был сара Бөрйән районы Байназар ауылының “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсында ҡатнашыуын хуплап, ауылдың ошо конкурста еңеп сығыуын теләп ойошторолдо. Ауыл биләмәһендә тормош уңайлы булһын, халыҡ матур йәшәһен өсөн тырышҡан бөтә ауыл халҡына уңыштар теләп эшләнгән эштәр уң булһын!
 
Илүзә Насырова.

Автор:
Читайте нас