Форумда түбәндәге темаларға арналған 4 секция эшләйәсәк:
1) экологияны һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре,
2) сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт һәм суррогат һатыуға ҡаршы көрәш,
3) эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү,
4) йәштәргә патриотик тәрбиә һәм хоҡуҡи белем биреү.
«Был Урал аръяғында ошондай тәүге ҙур сара була. Унда беҙ диалог режимында ошо зона өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ. Минең өсөн ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу темаһы айырыуса мөһим, был өлкәләге бер нисә закон проекты өҫтөндә эшләйем. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә Дәүләт Думаһында ниндәй эш алып барыуыбыҙ, ерҙәрҙе файҙаланыуға экологик контроль проблемаларын хоҡуҡи акттар кимәлендә нисек хәл итергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләгем килә. Барлыҡ фекерҙәрҙе, шул иҫәптән тәнҡитте тыңларға һәм ишетергә әҙербеҙ. Бәлки, һеҙҙең ҡайһы бер тәҡдимдәрегеҙ буйынса ҡарау өсөн федераль закон проекттары индерелер», - тип билдәләй ваҡиға инициаторы, Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостандың Ирҙәр советы рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Шулай уҡ саҡырылған спикерҙар эште нисек башларға, дәүләттән ниндәй ярҙам саралары алырға, рәсми йәмәғәт экология инспекторы булырға мөмкин һәм башҡалар хаҡында ябай телдә аңлатасаҡ.
Унда ҡатнашыуға Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондары халҡы саҡырыла.
https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSek1vwWvcD9BMONxeYC6j8iDTABfBsKvHc-rikHDR5WM_1yGQ/viewform һылтанмаһы аша үтеп, 3 мартҡа тиклем теркәү формаһын тултырырға кәрәк.
Ғаризала һорауығыҙҙы һәм фекер алышыу өсөн теманы күрһәтергә мөмкин.
Сара йомғаҡтары буйынса профилле ойошмалар һәм ведомстволар өсөн рекомендациялар менән резолюция, закон сығарыусылар өсөн тәҡдимдәр, секциялар йүнәлештәре буйынса БР Ирҙәр советының саралар планы әҙерләнәсәк.
Инеү ирекле.
Урыны: Сибай концерт-театр берекмәһе, Горький урамы, 27, 11.00 сәғәттә.
Ваҡыты: форум иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем үтә, иртәнге 10-дан иртәнге 11 тула 15 минутҡа тиклем теркәлеү мотлаҡ.
Ҡатнашыусылар: 18 йәштән өлкәндәр.
Фото: Молодёжная газета
Башҡортостан Республикаһы ирҙәр Советы