- МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, район ветерандар советы активы, ирекмәндәр менән осрашып һөйләшкәс, маскировка селтәрҙәре үрергә, тигән оран ташланды.
Был изге эшкә үҙебеҙҙең яугир егеттәрҙең үтенесе буйынса тотондоҡ.Ошо эштәр барыһы ла район ойошмалары ветерандары, ирекмәндәр, битараф булмаған халыҡ тарафынан эшләнде – уларға сикһеҙ рәхмәт!
Ирекмән Гөлнара Хәкимова заявкалар биреү, материалдарҙы алдырыу, таратыуға тотондо. “Ағиҙел” магазинында Фәйрүзә Мөхәмәтова апай ҙа ошо эш менән шөғөлләнде.Белорет ҡалаһынан кәрәкле материалдарҙы Айнур Торсонбаев, Азамат Юлтыев, Данияр Дауытовтар ташыны. Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы Раян Шахниязов почта аша селтәрҙәр алдырыуҙы үҙ иңенә алды. Фәнис Татлыбаев район мәҙәниәт һарайында селтәрҙәрҙе бүлеп биреү менән шөғөлләнде. Был эштәр Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы аша, йәғни район халҡы ярҙамы менән, финансланды.
Район ауылдарында ла халыҡ инициативаны дәррәү күтәреп алды – урындағы беренсел ветерандар ойошмалары(элек эшләп килгән ойошма-хужалыҡ-предприятиеларҙың һәм хәҙергеләренең) , “Ағинәйҙәр” ҡорҙары, ирекмәндәр, ябай ғына әйткәндә, битараф булмағандар барыһы ла дөйөм эшкә ҡушылды.Ағиҙел ҡасабаһы, Ҡурғашлы, Байғаҙы, Яңы Собханғол, Нәби, Әбделмәмбәт, Ҡолғана, Тимер, Иҫке Монасип, Байназар, Исламбай, Ғәҙелгәрәй, Килдеғол, Яңы Усман, Аҫҡар, Ғәлиәкбәр, Брәтәк, Яңы Мөсәт, Баҙал биҫтәһе халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте – Аллаһ риза булһын, егеттәрҙең рәхмәте төшһөн!
Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары бергә берләшеп эшләне. Ольга Попова материалдар һатып алыуҙы, селтәр үреүҙе ойошторҙо.Уға хатта ҡырҙа йәшәүсе Ҡотан, Ырғыҙлы кешеләре ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Шулай уҡ район мәҙәниәт һарайы, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы, урман хужалығы, район ветстанцияһы, район үҙәк дауаханаһы, “Таң” гәзите редакцияһы, райпо, “Бөрйән мәғлүмәт үҙәге”, “Алаҡуян” МУП-ы, Иҫке Собханғол мәктәбе, №2 балалар баҡсаһы, Баҙал биҫтәһе, халыҡҡа көнкүреш ярҙамы күрһәтеү йорто ветерандары ныҡ әүҙем булды.Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙҙы. Халыҡҡа көнкүреш ярҙамы күрһәтеү ойошмаһы ветерандары рәйесе Сулпан Мырҙағолова үҙ йортонда маскировка селтәре үреүҙе ойоштороп, был эшкә коллегаларын йәлеп итте. Бер нисә селтәр үреп тапшырҙы апайҙар – рәхмәт яуғырҙары!
Ағиҙел ҡасабаһынан Фәриҙә Шаһимырҙан ҡыҙы Ҡолдәүләтова шәхсән селтәр үреүҙе ойошторҙо.
Үҙегеҙ күрәһегеҙ – егеттәргә ярҙам итеү теләге халыҡта көслө.
Ошондай изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр райондашҡа рәхмәт – Аллаһы Тәғәлә риза булһын уларҙан, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ, ғүмерҙәре бәрәкәтле булһын, яугир егеттәребеҙгә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!Тиҙерәк ошо мәхшәрҙәр туҡтап, донъяларға именлек килһен. Әәмиин!