Һинең ҡара һыҙатың башлана... йәки кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәнгә бер ҡараш.
“ Хәҙер негатив күбәйҙе: ҡайҙа ҡарама – тәртипһеҙлек, эскелек, янъял-тартыш, телевизорҙы, социаль селтәрҙәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ – улар үрҙә әйтелгәндәр менән лыҡа тулы”, -тигән зар-бошоноуҙы юҡ-юҡта ла ишетеп тораһың.
Эйе, улары ла күптер. Шулай ҙа... Теге йылан болондағы сәскә –үләндән ағыу тапһа, бал ҡорто бал табыр, тигән мәҡәл-әйтем дә тиккә сыҡмаған бит ул. Күңел көмбәҙеңә,аҡыл тоҡсайыңа, иман байлығыңа, рух ныҡлығыңа мөрәжәғәт итәһең инде бындай саҡта. Барыбер Хаҡ-хөкөмдар – Аллаһы Тәғәлә.
Элек булды был хәл.Бер мәлде өй телефонынан берәү редакцияға шылтырата: “ Һаумы!” “Һаубыҙ!”-булды яуап. “ Һинең, ней, ҡара һыҙатың башланырға тора. Белеп йөрө: улың ауырыясаҡ, фәлән дә төгән буласаҡ...”
“ Һеҙ күрәҙәсеме әллә? Нимә булһа ла, тәҡдир ҡушҡанса буласаҡ. Мин күрәҙәгә, күрәҙәлек итеүгә ышанмайым. Бер Аллаһҡа ғына ышанам. Аллаһ тәҡдиргә яҙғанды күрмәй булмай!”-тинем. Теге ҡатын ыҫылдап ағыуын сәсеүҙән, мине хафаға һалдым, тип ышаныуынан, буғай, риза һәм тантаналы тонда ниҙер мығырҙап, трубканы һалды. Ултырып бөтәһе лә һәйбәт булһын, тип доға ҡылдым да, үҙемде, балаларымды Аллаһҡа аманат итеп тапшырҙым
да, был ваҡиғаны оноттом.
Фани донъяһын баҡыйына алмаштырҙы ул апай... Йәне йәннәттә булһын!
Әнәс ибн Мәликтән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә, пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: “ Үҙенең имандаш туғанына (башҡа мосолманға) үҙенә теләгәнде теләмәйсә тороп, һеҙҙең берегеҙҙең дә иманы тулы (камил) түгел” (Бохари, Мөслим).Йәғни, камил иманға эйә мосолман икенсе мосолманға үҙенә теләгәнде теләргә тейеш – бөтә файҙалы эштәрҙә (дингә бәйлеләрендә лә, донъяуиларында ла) ул үҙен теге кешенең урынына ҡуйып сағыштырырға, ошонан сығып эш итергә тейеш.
Йылан ағыу тапҡан сәскәнән , бал ҡортолай, бал табырға өйрәнеү ҙә – яҡшы ғәмәл...