Йәмғиәт
1 Февраль 2024, 09:09

Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде

2023 йылдың ноябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин указға ҡул ҡуя, уға ярашлы быйылғы 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителә. Бөгөн, 1 февралдә, Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде.

Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелдеБашҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде

Был уңайҙан Тантаналы сара Өфөнөң Колонналар залында үтте. Төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр — йәш һәм күп балалы ата — әсәләр, төрлө конкурстарҙа еңеүсе ғаиләләр, тәрбиәгә алынған һәм күп быуынлы ғаиләләр сараның төп ҡунаҡтары булды.

Шулай уҡ Ғаилә йылын асыу тантанаһында республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, БР хөкүмәте вице-премьеры — финанс министры Лира Игтисамова, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, төбәктең башҡа министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш форматында РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул тематик йыл балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өлкәһендәге мөһим ҡарарҙар менән бәйле буласағын билдәләне.

"Балалы ғаиләләрҙең социаль гарантияларын үтәү, уларҙың именлеген тәьмин итеү, ауырлы ҡатындарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү — беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ. Һуңғы 20 йылда күп балалы ғаиләләр һаны ике тапҡырға артҡан, бөгөн уларҙа 7,4 миллион бала үҫә. Быйыл Ҙур стратегик документ әҙерләргә кәрәк, ул 2030 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең ғаилә һәм демографик сәйәсәтен билдәләйәсәк. Документ әҙерләгәндә төбәктәр тәжрибәһенә лә таянасаҡбыҙ", - тип һөйләне видео мөрәжәғәтендә Татьяна Голикова.

Башҡортостанда Ғаилә йылын асып, Максим Забелин, әлеге ваҡытта республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, тип билдәләне. Уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урында тора.

- 2024 йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Тап ғаиләлә шәхес нигеҙҙәре, рухи ҡиммәттәр, туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, Ватанға һөйөү һалына. Ғаилә – дәүләт һәм йәмғиәт нигеҙе, ә беҙҙең өсөн ул – төп терәк-таяныс һәм бала саҡтан ҡәҙерле кешеләребеҙ өсөн яратҡан бер түңәрәк. Мөмкинлекте файҙаланып, һәр ғаиләгә һәммәбеҙ өсөн дә миҫал булып торғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, үҙ-ара ярҙамсыллығығыҙ ҙур хөрмәт уята. Ғаилә йылында көсөбөҙҙө ғаилә институтын, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Иң мөһиме – республикала ныҡ һәм бәхетле ғаиләләр күп булһын, - тине Максим Забелин.

Муром Изге Троицк монастырынан килтерелгән һәм тоҡандырылған, Бөтә Рәсәй “Һөйөклө туғандар” ғаилә форумы майҙансығында төбәктәргә таратылған “ғаилә усағы”н тапшырыу тантанаһы байрамдың сағыу мәленә әйләнде. - Бөгөнгө матур сарала республикабыҙҙың өлгөлө ғаиләләре ҡатнаша. Ошондай ғаиләләр менән аралашып, классик әйтмешләй, уларҙың берҙәй бәхетле икәнлеген аңлайһың. Һәм уларҙың был бәхете нигеҙендә – бер-береһенә булған мөхәббәт, үҙ-ара ярҙам итешеү. Ғаиләләге өлкәндәрҙең бәләкәстәргә мөнәсәбәте тетрәндерҙе. Һәр ғаиләлә спорт, ижад менән шөғөлләнәләр, туғандарының үҙҙәре өсөн борсолоуын тоялар. Сөнки балалар – инвестициялар өсөн иң дөрөҫ объект. Уларға күберәк ваҡыт, көс һәм ресурс һалырға кәрәк. Был Ғаилә йылы мөмкин тиклем күберәк һөҙөмтә бирһен, “ғаилә”, “ғаиләле”, “ғаиләнеке” һүҙҙәре иң яратҡан һәм көтөп алынған һүҙҙәр булһын, йәшәргә һәм эшләргә көс бирһен, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Күп бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә бер-береһен яраталар, һаҡлайҙар, ғаилә ҡиммәттәрен быуындан-быуынға күсерәләр. - 50 йыл бер мәл кеүек кенә үтте. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәбеҙ. Бәхет сере – бер яҡлы булыу, бер-береңде хөрмәт итеү. Ғаиләләргә оҙон ғүмер, тыныслыҡ, бәхетле балалар теләйем, - тип асты төп ғаилә бәхетен Мәһәҙей Рәсүл улы Ярҡынбаев.

Ҡатыны Йәнбикә Закир ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләгәндәр, Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы-2023” бәйгеһенең “Ғаилә – йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияһында еңеп сыҡҡандар.

Әйткәндәй, һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 472 мең ғаилә йәшәй, уларҙа 900 мең тирәһе бала тәрбиәләнә. Республикабыҙҙағы иң күп балалы район – Бөрйән. Унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Күп балалылыҡ йолалары Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында ла көслө.

 Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды

Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде
Автор:
Читайте нас