Туҡһан йыл эсендә ул күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар кисергән һәм ҡаршылыҡтарға осраған, ни хәтле күҙ йәштәре түгелгәне беҙгә билдәһеҙ. Шуға ла беҙ оҙон ғүмерле аҡ инәй, сал бабайҙарға һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ.
Былтыр 90 йәшен тултырған Байназар ауылы аҡһаҡалы Алтынбаев Ғәйнетдин Ғибәт улының яҙмышы ла ҡаршылыҡһыҙ, тура юлдан ғына тәгәрәп бармағандыр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 8 йәш кенә була. 1942 йылда атаһы һуғышҡа китә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтыр саҡта юлда вафат булып ҡала. Йәш бала әсәһенә һәр яҡлап та ярҙамлашып үҫә.
1947 йылда егет сафына инеп, “Ағиҙел” колхозында эш башлай. Унда үгеҙ егеп игенен дә ташый, ерен дә һөрөргә тура килә. 1951 йылға саҡлы фермала эшләй. Бала сағынан техника менән мауыға, тиҙ арала тракторист ярҙамсыһы булып китә.
Ғәйнитдин Ғибәт улы 47 йыл РТП-ла механизатор булып эшләй. Уның фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәгән, районыбыҙҙың, ул осорҙағы БАССР-ҙың, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың бик күп Рәхмәт хаттарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ була.
Эшкә әрһеҙ була ул: өйөндә лә, эшендә ең һыҙғанып эшләй, кәртә-ҡура тирәһе һәр саҡ ҡараулы, техникаһы ла төҙөк була. Бөтә балалары ла ата-әсәһенән үрнәк алып тырыш, матур донья көтәләр.
Хәҙер ул 24 ейән-ейәнсәргә, 27 бүлә-бүләсәгә олатай, ҡарт олатай. Ул ошоға тиклем мал көттө, аты ла булды, шуға "Һарайға сыҡмайынса тора алмайым, әле лә 4 баш һарыҡ, тауыҡтар бар, шуларҙы ҡарайым," - ти ул. 90 - ды үткән бабай тип әйтмәҫһең дә, йәштәр һымаҡ кәүҙәһен тура тотоп, һеңкетә баҫып атлап йөрөй. Әле һаман да атта ла йөрөй, машина ла йөрөтә. Уларға барған һайын ҡатыны Бибинур апай менән икәүләшеп йылы һүҙҙәре, яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алалар.
Өйҙәре һәр саҡ йылы, өҫтәлендә ҡайнаған самауыры ултыра. Бер-береһен шаяртып, ҡыуанып, бәхетле йәшәйҙәр улар! Нишләп ҡыуанмаһындар ти, балалары уларға һәр көн алмашлап килеп, хәлдәрен белеп, йорт эштәрендә ярҙам итеп торалар, улар ҙа хәлдәренән килгән тиклем балаларына ярҙам итәләр.
Уларға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп, изгелектәрен генә күреп, оҙон-оҙаҡ бәхет-шатлыҡтарға күмелеп ғүмер кисерһендәр!
Улар беҙҙең ауылыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн өлгө булып торалар!
Байназар ҡатын - ҡыҙҙары төркөмөнән