Йәмғиәт
7 Ғинуар 2024, 05:41

Юлсылар династияһының башы

Иҫке Собханғолда йәшәүсе Сафиндарҙың юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында эшләгән йылдар иҫәбе  - 122 ! Сәлих Садиҡ улының өс улы ла: Рөстәм дә, Наил да, Ильяс та ДРСУ ла эшләгән, ике улы әле лә шунда тир түгә.Бер йылы баш ҡалабыҙ Өфөлә юл төҙөүселәрҙе тәбрикләү сараһында Бөрйән Сафиндары ДРСУ-ла эшләгән йылдар суммаһы буйынса Башҡортостанда туймазыларҙан ғына ҡалған, Президент ҡулынан бүләк тә алып ҡайтҡан. Рөстәмдәре иһә  - 2015 йылдан «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре».

Сәлих Садиҡ улы Сафин 1949 йылдың 1 ғинуарында Яңы Мөсәт ауылында 13 балалы ҙур ғаиләлә тыуған.  Тамара апайы кесе туғандары өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай изге заттан була – уның йылы ҡанаты аҫтына һыйына кескәйҙәр. Күмәк балалы ғаиләлә ҡара эштә бешегеп, тормошҡа һәр йәһәттән әҙер булып буй еткергән үҫмер, 8-се класты бөткәс, Әбйәлил районының Таштимер ауылындағы һөнәрселек училищеһына тракторист-машинист һөнәренә уҡырға китә.

Ул заманда, билдәле, техникаға ҡытлыҡ осор, ялдарҙа ауылға ҡайтҡы килә – Әбйәлилдән Белоретҡа килеп, унан Әүжән йә Ҡағыға юлайҡан машиналарға эләгеп, был яғына тәпәй турат менән ҡайтып йөрөйҙәр.

Уҡыуын тамамлағас, Иҫке Собханғолда комбинатта хеҙмәт юлын башлай Сәлих Сафин. Ул осорҙа  комбинаттыҡылар ағас эше менән була - тракторҙа йөрөй Сәлих Садиҡ улы.

Артабан уны Белоретҡа ДОСААФ –ҡа уҡырға ебәрәләр. Ярты йыл уҡығас, 1969 йылдың яҙында әрме сафына алалар. Тәүҙә Украинала 6 ай хеҙмәт иткәс, Киров өлкәһенә ебәрәләр. Ракета ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итеп, ефрейтор званиеһында ҡайтып төшә ул.

Үҙе эшләп киткән комбинатҡа эшкә бара. Аҙаҡ “Бөрйән” совхозында эшләп ала. Сәлих ағайҙың артабанғы хеҙмәт юлы фәҡәт ДРСУ менән бәйле – 1975 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы туған ойошмаһында тракторсы (9 йыл тирәһе), механик, гараж мөдире, диспетчер, һаҡ эшендә эшләй. Ул ике арала йәмәғәт эштәре эсендә ҡайнай – ДРСУ-ның партком секретары, профсоюз ойошмаһы рәйесе йөгөн тарта.

42 йыл хеҙмәт стажына эйә хеҙмәт ветераны бөгөн үҙ ҡулдары менән төҙөгән хан һарайындай йортонда, һәр нәмә үҙ урынында булған ҡотло донъяһында хәләле, 50 йыл бергә ғүмер һуҡмағынан атлаған Клара Абдулла ҡыҙы  менән иңгә иң терәшеп, ҡартлыҡ бәхетен күреп, тапҡан-баҡҡан балаларының ихтирам һәм иғтибар солғанышында ирәбе йәшәп яталар.

Клара апай  - мәсеттең ҡаҙнасыһы, биш ваҡыт намаҙ эйәһе. Улдары Наил, Рөстәм, Ильястың, уларҙың балаларының төп терәк-таянысы, ҡурсыусыһы булып  ғүмер йомғағын һүтеүҙәре. Ете ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй улар. Клара Абдулла ҡыҙы ла - хеҙмәт ветераны, ул да 42 йыл хеҙмәт стажына эйә, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән, ауыл хакимиәтен дә етәкләгән.

Сәлих ағайҙың тағы бер һөнәр-кәсебе бар – ҡортсо. Ҡорттарын ҙур ихласлыҡ менән, яратып ҡарай ул. Быйылғы балға ҡытлыҡ, ҡорттарға үләт йылында ҡышты нисек сығырҙар инде, тип ултыра ғаилә башы.

Сәлих ағайҙың йәнә бер һөнәре – балыҡсы. Кешегә эләкмәгән саҡта ла буш ҡул менән ҡайтмаҫ булыр ул – балыҡ тотоуға даланы бар. Иҫ белгәндән алып Фәтих ағайым балыҡҡа алып йөрөнө, ти ул.

Хужаң уңған, яҡшы булмаһа, донъя көтөүең нужа булырына шик юҡ. Егәрле, бөтмөр Сәлих ағай йәйҙәрен таңғы алтынан тороп туҡылдап эшкә керешә – өс улына хан һарайындай өй төҙөшкән, әле лә үҙенең оҫтаханаһынан ҡайтып инмәгән кеше.

Клара апайҙың ата-әсәһе йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскәс, Сафиндар уның һеңле-ҡустыларын үҙҙәренә һыйындыра. Балдыҙ-ҡәйнештәрен туйҙар яһап оло тормош юлына сығаралар, атай-әсәй ролен үтәйҙәр. Ире тартымһаҡ, туған йәнле булмаһа, үҙенең бер туғандарына ошондай мөғәмәлә күрһәтә  алмаҫ ине Клара апай.

Йәшелсә үҫтереүгә лә маһир Сәлих ағай – ергә эйелгәнгә ерҙең мул биререн үҙ миҫалында белә.

Ҡыҫҡаһы, ысын ир-уҙаман, тернәксел хужа, ғаиләм, балалары, донъям, тип йән атып торған хужа ул Сәлих ағай. 75 йәшлек күркәм һәм мөһабәт үренә бөтә яҡтан лайыҡ булып артыла ул.

Ундай ирҙәр, атайҙар, олатайҙар булғанда илдең биле ныҡ, ғаиләләр ҡурсаулы, тормош матур булыуына шик юҡ.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас