2023 йыл өсөн “Аҙна һайын бүләк” уйынын уйнатҡан мәл. Бер әсә квитанцияһының күсермәһен тапшырған ваҡытта, бүләктәр араһында торған санаға ымлап, йылмайып: “Минең Артур улыма анауы сана эләгеп ҡуйыр, бәлки. Эләкмәһә лә, ҡыҙыҡ өсөн тапшырып ҡарайым әле”, тип квитанцияһын тапшырған ваҡытта уҡ, был ғаиләне электән белгәс, эстән генә: “Сана мотлаҡ Артурҙыҡы буласаҡ!” тип уйлап ҡуйғайным.
Һәм теге сананы бүләктәр араһынан айырып алып, ситкә ҡуйҙыҡ – ул Артурҙыҡы!
Квитанцияһын тапшырған Гөлзирә менән хәбәрләшеп торһаҡ та, йә бер, йә икенсе сәбәп сығып тороп, уңғанса ҡар ҙа иреп бөттө. Шөкөр, бына яңы ҡарҙар яуҙы ...һәм тап Яңы йыл байрамы алдынан – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы башланырға ғына торғанда Артурҙы көтөп зар-интизар булған теге сана хужалы булды! Ғаилә ҡыуанғанмылыр, беҙ йылды ошо изгелек менән башлай алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ!
Ҡарағайҙар төйәк иткән Түгәрмә тауы итәгендә – тотош ауыл ус төбөндәге кеүек кенә күренеп торған бик матур урында Әйүповтарҙың йорттары.
Әбүзәр һәм Гөлзирә Әйүповтарҙың танышыу тарихы оҙон түгел – хужабикә әйтмешләй, еҙнәһенең диме менән өйләнешкәндәр. Ләкин уға тиклем булған ваҡиғалар үтә лә ҡыҙыҡ һәм сәйер кеүек.
-Һауынсы булып эшләгән сағым. Әхирәтем Шәһиҙә менән (Мораҙым ҡыҙҙары) Килдеғолда йәйләүгә китергә молоковоз көтөп торабыҙ. Ул ваҡытта “Ағиҙел”, “Урал”, “Ҡыҙыл таң” колхоздарының йәйләүҙәренә ошо Килдеғол ауылы аша үтә инек бит – бөтә йәйләүҙәр бер яҡтараҡ булды. Тау төбөндә көтөп торҙоҡ-торҙоҡ та, машина һаман килмәгәс, әхирәтемә, әйҙә, анауы (тау башындараҡ ултырған) избунканы инеп ҡарайыҡ әле, тейем. Нишләптер, аяҡ тарта бит шул яҡҡа. Ике хыялый, теге бәләкәй өй янына барҙыҡ. Ишегенең шарниры юҡ, һөйәп кенә ҡуйылған. Теге ишекте шылдырып, эскә үттек. Мейесе аҡ балсыҡ менән буялған. Шуны тырнап ашай башланыҡ. Ҡараһаҡ, иҙәндә бер биҙрә аҡбалсыҡ ултыра. Шунан ашарға аҡбалсыҡ һалып алып, кире машина көткән урыныбыҙға киттек.
Апайым ошо ауылда йәшәгәс, ҡунаҡҡа килгеләп йөрөй торғайным. Бер мәл эргәмдәге кешегә, тота килеп, тау итәгендәге ошо әле йәшәп ятҡан өйөбөҙгә күрһәтеп, уның кемдеке икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынып тормай, мин анауы өйҙә йәшәйәсәкмен, тинем. Урыны матур булыуы менән иғтибарымды йәлеп иткәнмелер инде. Әйткәндәй, баяғы избенка ла ошо өйҙөкө ине...
Яҙмышымды икенсерәк юҫыҡҡа борорға уйлап йөрөгән мине еҙнәм быға тиклем кем икәнен дә белмәгән Әбүзәргә димләне. Риза булдым. – Үҙҙәренең ғаилә инешенең тарихына шулай ҡыҫҡаса байҡау яһаны алсаҡ Гөлзирә.
Йәш айырмалары 9 йыл булған шымыҡай ғына Әбүзәр менән шаталағыраҡ Гөлзирә һәүетемсә генә йәшәп китәләр. Өйҙәрен йәмләп, бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә. Тәүге тапҡыр ата-әсәлек бәхетен Әҡсәндәре бүләк итһә, артабан Әлфинә, Нуриман, Артур донъяға килә.
Үткән йыл өй йәме, донъяларының биҙәге булған Әлфинәләре үҙ ояһын ҡорҙо. Эйе, шулай тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар – бер бөртөк ҡыҙҙарына Хоҙай талантты ла, гүзәллекте лә йәлләмәгән. Бала сағынан, кеше йоҡлағас, һиллектә үҙ уйҙарына ғына сумып ҡул эштәре (бәйләү, сигеү һ.б.) эшләргә яратҡан ҡыҙҙары юғары уҡыу йортон тамамланы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен, һындар эшләү буйынса оҫта булып танылды, университетта уҡыған йылдарында студенттарҙың театр төркөмө менән республиканың байтаҡ урындарында тамашалар ҡуйҙылар, дикторлыҡ һәләте лә асылды. Бынан тыш, бала сағынан шиғырҙар яҙа. Ҡыҫҡаһы, белмәгән эше, ҡыҙыҡһынмаған өлкәһе юҡ терегөмөш кеүек сос, ҡурсаҡ кеүек һөйкөмлө, алсаҡ, ихлас һәм уңған ҡыҙҙың.
Ағайы менән ҡустыһы – донъя көтөүҙә, мал ҡарауҙа, уларға бесән әҙерләүҙә атайҙарының төп таянысы. Ситкә сығып та эшләп киләләр.
Ә Артур атаһы менән өйҙә “донъя көтә”. Улай тип әйтеүе генә еңел. “Балам”, тип йән атҡан атай менән әсәйҙең йән һыҙлауҙарын, балаһы өсөн әрнеүҙәрен аңлатыр һүҙҙәр табып булмайҙыр.
Ана, беҙ сана тотоп өйҙәренә барып ингәндә лә әсә ауыл фельдшерлыҡ пунктында ине. Йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ бала өсөн яныуҙар ҙа эҙһеҙ үтмәйҙер. Ғаилә башлығы әйҙүкләп ҡаршы алды. Ә Артур арбаһында телевизорҙан барған йәнһүрәттәге балалар тауышын тыңлап, башҡаларға аңлашылып етмәгән үҙ донъяһында ирәйә. Ул арала атай кеше йогуртты уңайлы ғына һауытҡа ултыртып алып килеп, улын арбаһынан ҡәҙерләп кенә алып, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән йәтеш кенә итеп алдына ултыртып, тамағын туйҙыра башланы. Ашатып бөткәс, еүеш салфеткалар алып, ауыҙ-моронон, ҡулдарын һөртөп, улын яратып алды ла кире урынына илтте.
Ишек төбөнән үк хәбәрҙәрен теҙә-теҙә килеүсе әсәй кеше юл ыңғайы йәһәт кенә улының ултырғыстағы йон ойоҡбаштарын мейес эргәһенә йылытырға һалды. “Өшөп кенә бара Артур. Шуға кейемдәрен йылытып ҡына кейҙерәбеҙ”, тип аңлатты быны.
Эйе, Артур донъяға килеү менән Әйүповтарҙың һәүетемсә генә барған һил тормошона яңы ритм, ҙур үҙгәрештәр ингән. Ләкин өйҙәгеләр барыһы ла был үҙгәрештәрҙе шулай тейеш итеп, риза булып ҡабул ҡылған – барыһы ла Артурҙы ярата, ҡәҙерләй, уға мөмкин тиклем яҡшыраҡ шарттар тыуҙырырға тырыша.
-Төшкән еремә таштай батып донъя көтөп алып киттем.
Әбүзәрҙең тыныс, ипле булыуы, һүҙҙәрен уйлап һөйләүе, эшен дә уйлап эшләүе бергә йәшәй башлағандың тәүге көндәренән үк уға ҡарата ихтирам уятты. Минең һымаҡ осҡалаҡ түгел, хәбәрен яҙа-йоҙа һөйләмәй.
Бер үҙемде, бер уны тыңлайым. Күберәк уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам. Сөнки ул минән олораҡ та, күберәкте лә күргән, - ти Гөлзирә.
Кинйәһен яратып алғас, һүҙен артабан дауам итә:
-Бәләкәсем тыуғас, больницала бик оҙаҡ яттыҡ. Нимә тип тә әйтә алмайым. Тыуған сағында ҡәҙимге бала һымаҡ ине... Шул мәлдәрҙә уйламаған уйым ҡалманы. Әбүзәр сирле сабый менән йәшәргә теләмәй, беҙҙе ташлап китһә, ҡалайтырмын икән, тип уйлайым да илайым. Унан, ярай, бирешмәҫмен әле, үҫтерермен, тип уйлайым...
Гөлзирәнең шул мәлдәге кисерештәре әлеге мәлдә лә, тиҫтә йыл үтһә лә, күҙ төптәренән йәш булып юлаҡлап сыҡҡанын күреү еңел түгел... Әлбиттә, бындай уй ишенең күңеленә лә инеп сыҡмай – ниндәй генә булһа ла, ул бит үҙ балаһы, үҙ ҡаны.
Быға тиклем колхозда, унан мәктәп, ауыл клубы ҡаҙанлыҡтарында тир түккән Әбүзәр хәләле менән бергә күтәрә был ауырлыҡты, ҡәҙерле ҡатынына ла, кескәй улына ла һәр яҡтан терәк, таяныс булырға тырыша. Балаларын ҡурсып, ата менән әсә сир менән бар көстәренә көрәшә башлайҙар. Көрәштең тынғаны ла юҡ, һәр көн һынау. Әйткәндәй, сирле бала ҡарағанда һәр көн ҡатын менән ир араһындағы мөнәсәбәттәргә лә һынау ул. Шөкөр, Әйүповтар был һынауҙы үҙҙәренең кешелеклелеге, рух ныҡлығы, бер-береһен аяй, ихтирам итеү кеүек матур сифаттары ярҙамында лайыҡлы үтеп килә.
Байтаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Гөлзирә, ул ваҡыттағы фельдшер Ғәлиә Исҡужинаның саҡырыуын ҡабул итеп, фельдшерлыҡ пунктына санитарка булып эшкә урынлаша.
Эйе, тормош һынауҙарҙан тора. Һынауҙар ҙа һәр кемдеке төрлөсә һынай. Уларҙа һынмау – көслөләр өлөшөндә. Гөлзирә менән Әбүзәр ошо һуңғылар рәтендә. Һарағының матур урынына үҙҙәренең тырышлығы менән ҡот ҡундырып, ишле мал аҫрап, тырыш балалар үҫтереп, ауылға үҙҙәренсә генә йәм өҫтәп ғүмер итеүҙәре.
Йылы, яҡты йорттағы тормош кинйәкәү Артурҙың орбитаһы тирәләй әйләнә, уның көйөнә көйләнгән: һөйөү, хәстәрлек, күңел йылыһынан өҙмәйҙәр бәләкәсте.
Әйүповтарҙың Артур батшалыҡ иткән ҡотло донъяһында булып сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың 2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан итеүенең мәғәнәһенә, асылына нығыраҡ төшөнгәндәй булдым. Мөмкинлектәре сикләнһә лә, башҡа кешеләр кеүек йәшәү теләге сикһеҙ булған кешеләрҙең генә түгел, күҙ йәштәрен эскә йотоп, сирле яҡындарын, балаларын йәндәрен бүлеп бирерҙәй булып тәүлек әйләнәһенә янынан китмәй баҡҡан, мөмкинлектәре сикләнгән яҡындары тураһында хәстәрлек күреү хаҡына бик күп донъя ҡыҙыҡтарынан, байрамдарынан баш тартырға, ҡайһы саҡ көсө бөтөп йығылғанда ла, балаһы, яҡыны хаҡына үҙендә тороп баҫырға көс тапҡан, илар урында ла, һыр бирмәй, йылмайған, шул рух ныҡлығы менән ҡәҙерлеләренә йәшәү көсө бүләк иткән көслөләр йылы ла булырға тейеш ул. Уларҙа - хәстәргә, күңел йылыһына, иғтибарға сарсаған һәм яҙмыш һынауы менән көрәштә арыған күңел. Шуға башланып торған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында яҡындарын шул хәстәрлектән тәүлек әйләнәһенә өҙмәгән фиҙакәр, көслө кешеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын ине. ..