Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2023, 04:17

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым! Был дәүләт байрамын билдәләп, беҙ, ауыр сәғәттә берҙәмлек, батырлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәтеп, Ватаныбыҙ бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған ата-бабаларыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙгә гражданлыҡ бурысыбыҙ, тыуған ергә һөйөүебеҙ, йәштәрҙә ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡты тәрбиәләү тураһында хәтерләтә.

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Күп милләтле һәм конфессиялы Башҡортостаныбыҙ өсөн Ватан мәнфәғәттәре хаҡына берҙәм булыу идеяһы айырым әһәмиәткә эйә. Беҙҙең төбәк халыҡтары Рәсәй яҙмышы өсөн һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ тоя, уны яҡлауға дәррәү күтәрелә. Тел йәки дини айырмалыҡтарҙың тыныслыҡҡа һәм ижади хеҙмәткә ҡамасауларға тейеш түгеллеген бөтә тарихыбыҙ менән иҫбатлайбыҙ.

Башҡортостан Рәсәйҙең ҡеүәтен нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Беҙҙә иҡтисад һәм социаль өлкә ышаныслы үҫешә, республика халыҡ-ара хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтә, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.

Республикабыҙ һәм илебеҙ артабан да имен, бай һәм алдынғы булһын өсөн барыһын да эшләргә, төрлө милләт һәм дин кешеләре өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ тыуған йорт булып ҡалырға тырышайыҡ. Бәхет, тыныслыҡ һәм изгелек һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар! Байрам менән!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

Автор:
Читайте нас: