Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2023, 17:05

1 декабрҙән миҙгелгә тап килмәгән тәгәрмәстәр өсөн сикләнмәгән һанда штраф алырға мөмкин

1 декабрҙән йыл миҙгеленә тап килмәгән тәгәрмәстәр өсөн яза биреләсәк, тип иҫкә төшөрәләр Башҡортостандың транспорт министрлығында.

 "Йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһын, ә сәнскеле ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе йәйгеһен ҡулланыуға сикләүҙәр индереүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тирәләй күп йыллыҡ бәхәстәр 2023 йылда бындай ҡулланыуҙы рәсми рәүештә тыйыу файҙаһына тамамлана. Был тыйыу бәләкәй генә булһа ла, уны боҙған өсөн штраф менән нығытыла. Өҫтәүенә, вайымһыҙ водителгә, ҡағиҙә боҙоу бөтөрөлгәнгә тиклем, сикһеҙ һанда штраф яҙырға мөмкин», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Штраф 500 һум тәшкил итә.

 

 

1 декабрҙән миҙгелгә тап килмәгән тәгәрмәстәр өсөн сикләнмәгән һанда штраф алырға мөмкин
1 декабрҙән миҙгелгә тап килмәгән тәгәрмәстәр өсөн сикләнмәгән һанда штраф алырға мөмкин
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: