Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2023, 11:48

Башҡортостан халҡы тәүге Бөтә Рәсәй «Геройҙар иҫтәлегенә тоғро!» патриотик конкурсында ҡатнашырға мөмкин

Конкурс Махсус хәрби операция батырҙарына һәм ваҡиғаларына, Донбасс һәм Луганск халыҡ республикалары һаҡсыларына арнала. Уны «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды үткәрә.

Конкурс номинациялары — хикәйәләр, шиғырҙар, йырҙар һәм фотоһүрәттәр.

Ҡатнашыусыларҙың йәше — 14 йәштән алып.

 Ғаризалар 2023 йылдың 5 ноябренә тиклем күрһәтелгән электрон адресҡа ҡабул ителә: [email protected]

2023 йылдың декабрендә бүләкләү тантанаһында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Конкурс положениеһы: https://vk.cc/crkcd8

Төбәк филиалында өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары «Ватан һаҡсылары» фонды филиалына документтар рәсмиләштереү, реабилитация, ҡайтанан һөнәр алыуға һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү кеүек мәсьәләләрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.

Филиалдың адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш ваҡыты — 9:00-18:00. Телефон: + 7 (347) 268-01-02

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в