Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2023, 19:15

Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты

Бөрйән районында Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2023» IV йәштәр гражданлыҡ форумында ҡатнашыусылар Флаг көнөн билдәләне.

Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөн байрам итеү сиктәрендә «Триколор» таҫмаларын таратыу буйынса патриотик акция уҙҙы. Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ сикәләренә Рәсәй триколоры стилендә аквагрим буяны, СВО-ла ҡатнашыусыларға хат яҙҙы һәм флаг тотоп Инсебикә ҡаяһына менделәр.

Кисен йәштәр, ике быуын еңеүселәрҙең берҙәмлек һәм теләктәшлек билдәһе булып торған, «ҡул ҡыҫыу» символын күрһәтеп, #Встанем акцияһында ҡатнашты.

Белешмә өсөн: «Йәштәр йыйыны - 2023» Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында палаткалы лагерь форматында 22-25 августа үтә. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 18-35 йәштәрҙәге меңдән ашыу йәш кеше, Башҡортостандан сыҡҡан, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда белем алған кешеләр, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

https://mgazeta.com/news/novosti/2023-08-22/molodezh-bashkortostana-prinyala-uchastie-v-prazdnovanii-dnya-flaga-3398814 

Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Башҡортостан йәштәре Флаг көнөн билдәләү байрамында ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: