Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2023, 16:34

Йәншишмә башында – байрам!

Бөгөн, 16 августа халҡыбыҙҙың мәшһүр эпостары, үлемһеҙ легендалары тыуған Бөрйән ерендә 25-се тапҡыр (ә Бөрйәндә – 27-се)  “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе башланды. Сараны тантаналы асыу өлөшө район мәҙәниәт һарайында үтте.

Йәншишмә башында – байрам!
Йәншишмә башында – байрам!

Фойеға ҡуйылған картиналар күргәҙмәһен ҡарағас, тамашасылар залға үтте.

Бына Бөрйән районы уҡыусылары “Урал батыр“ эпосын сәхнәләштерә.

Моң. Уттар. Ҡараңғылыҡ. Шомлоҡ. Өмөт утылай бызлаусы яҡтылыҡ. Яҫы аҡ, ҡара туҡымалар йә тулҡынды, йә йыландарҙы, йә тормоштағы аҡ һәм ҡара һыҙаттарҙы, аҡ һәм ҡара көстәрҙе хәтерләтә.  Артҡы фонда - Бөрйәндең бейек-бейек тауҙары, мәғрүр ҡаялары.Боронғолоҡ. Тарихилыҡ. Заман  заңы. Быуат һулышы.

Шүлгән мәмерйәһе алды. Тәү бабаларҙың сихри төйәге. Йондоҙло күк. Малайҙар. Ҡыҙҙар. Урал менән Шүлгән диалогы. Ҡатил батша, уның ҡыҙы, башҡа персонаждар.

Аҡ йылан, ҡара йылан. Шом. Төтөн. Аждаһалар бейеүе. Ҡылыстарҙың ҡылысҡа бәрелеү сыңы. Дейеүҙәрҙең баш һалыуы. Айһылыу менән Урал мөнәсәбәте. Меңйәшәр ҡарт бәйәне. Урал батырҙың донъяға ораны.Тереһыуҙы тирә-йүнгә һибеүе. Аҡ көстәрҙең, изгелектең еңеү тантанаһы. Батырҙар һүҙе  – ана шулай ҡыҫҡа ғына ваҡытта мең йыллыҡтарҙы  эсенә алған боронғо эпосыбыҙҙы бөтә матурлығында, бөйөклөгөндә, ҡатмарлығында һәм рухында, серлелегендә күрһәтә, улай ғына ла түгел, ошо ҡатмарлы, яуаплы һәм ижади эшкә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡыусыларҙы йәлеп итә алды “Урал батыр” республика конкурсының тантаналы асыу  өлөшө режиссеры, Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов.  Талант һәм үҙ эшеңә талап кимәле был. Асылды аса, аңлай һәм тамашасыға бирә алыу ҡөҙрәте.

Бөрйән һандуғасы Сәлимә Ғарифуллинаның йыры, бейеүселәрҙең талғын ғына бөгөнгө тормошҡа алып сығарыуы – әлеге лә баяғы кимәл ғәләмәте.

Сара асыҡ тип иғлан ителгәс, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Әхәт улы Хәлитов  барыһын да ихлас күңелдән ҡотлап, тәбрик һәм теләк-фатиха һүҙҙәрен еткерҙе. Мәртәбәле жюри ағзалары менән таныштырғас, республиканың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән килгән конкурсанттарҙы тәбрикләр өсөн һүҙ жюри рәйесе,  абруйлы яҡташыбыҙ, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдиноваға бирелде: “Бөгөн – тарихи көн, 25 йыл тип әйтеү генә рәхәт, ошо матур конкурстың башында идея генераторы булып Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова тора. Уға ҙур рәхмәт. Әхмәт олатайығыҙҙың аманат һүҙен -  “Урал батыр” – сер һандығы, сере сикһеҙ. Мәғлүмдер: сер һандығы булмай бикһеҙ. Биген асыу юлы – урау, баҫҡыс-баҫҡыс,  ә асҡысы – аҡыл тигән алтын асҡыс”, -тигән үлемһеҙ һүҙҙәрен онотмағыҙ. Уңыштар һеҙгә!”-тине ул үҙ сығышында.

Эйе, асылына ҡайтты “Урал батыр” –

Тереһыуҙар булып ағылды.

Эй, халҡымдың теле – үҙе бер им –

Ергә бәрәкәттәй яғылды.

Рух терелер, күс ойошор миҙгел –

Милләт ҡото ҡайтҡан Бөрйәнгә!

Сәсән телле Урал Вариҫтары

Оран һала илгә, бер йәндәй!

Йәншишмә башында – байрам!
Йәншишмә башында – байрам!
Йәншишмә башында – байрам!
Йәншишмә башында – байрам!
Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: