Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2023, 11:30

Район үҙәк дауаханаһына яңы автомобиль асҡысы тапшырылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙә етештерелгән заманса LADA NIVA TRAVEL маркалы автомобилдәрҙең асҡыстарын үҙе тапшырҙы. 

Район үҙәк дауаханаһына яңы автомобиль асҡысы тапшырылды
Район үҙәк дауаханаһына яңы автомобиль асҡысы тапшырылды

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты («Модернизация первичного звена здравоохранения» национального проекта «Здравоохранение») сиктәрендә 56 дауалау учреждениеһына, шул иҫәптән беҙҙең Бөрйән районы үҙәк дауаханаһына ла, еңел автомобилдәр оҙатылды.

"Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы коллективы исеменән Республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ",- тип яҙҙы Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Линар Ҡыҙрасов дауахананың социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: