Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2023, 18:18

Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 16-17 июндә район хакимиәте башлығы кубогына шахмат ярышы үткәрелде. Был ярышта республикабыҙҙың көньяҡ Урал зонаһы райондарына ут күршеләребеҙ, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән килгән титуллы шахматсылар ҙа ҡатнашты.

Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте

Шахматсыларҙы милли кейемдә ҡымыҙ менән ҡаршы алыу, уларҙы ҡунаҡханаға урынлаштырыу, турнирҙы баштан аҙағына тиклем алып барыу, ҡунаҡтарҙы оҙатып ҡуйыуҙы районыбыҙҙың билдәле шахматсыһы Мөхәррәм Абдразаҡ улы Ҡасҡынбаев үҙе ойошторҙо.

Турнирҙың Иҫке Собханғол мәктәбе базаһында үткәрелеүе һәр кем өсөн уңайлы булды - ҡунаҡтар мәктәп интернатында урынлашты, шунда уҡ ашатыу ҙа ойошторолдо. Был тәңгәлдә мәктәп директоры Әхәт Әбдрәхим улына оло рәхмәт һүҙен әйтеп таралышты ситтән килгән шахматсылар.

Мәктәптең акттар залында үткәрелгән бындай ҙур масштабтағы тәүге  шахмат турнирын асыуҙа район хакимиәте башлығының урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева ҡатнашты һәм районыбыҙҙың арҙаҡлы шахмат һөйөүсөләрен, династияларын барлап, ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр кеменә уңыштар, еңеүҙәр теләне.

   Тәүге көн, шулай итеп, төш ауыуға шәхси беренселек өсөн ярыш ҡыҫҡа ваҡытҡа (блиц – 5 минут)  башланып та китте. Ирҙәр араһында 1-се урынды Рәфҡәт Мораҙымов алһа, 2-3-сө урындар Тәлғәт Рәхмәтуллин менән Виктор Севенковтарға бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урын Рәзинә Фазлыеваға бирелһә, 2-3-сө урындарҙы хаҡлы рәүештә Яуымбай ауылынан әсәле-ҡыҙлы Яҙгөл һәм Рәүилә Хәсәновалар бүлеште.Ә инде кискә ҡарай, уйындар тамамланыуға, М. Ҡасҡынбаев ҡунаҡтарға легендар ҡаябыҙ Инсебикәне күрһәтте, Ябаҡ тауы башына ла алып барып өлгөрҙө. Шунан ғына бөрйәнсә әҙерләнгән киске сәй табынына саҡырылды шахматсы ҡунаҡтарыбыҙ.

Икенсе көн чемпиондарҙы билдәләүсе көн булды - 15 минутлыҡ ваҡыт менән (рапид) уйнау турниры башланды. Ике көн рәттән барған был ярышта шәхси беренселек өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр менән бер рәттән көс һынашты. Көнө буйы тиерлек барҙы ярыш. Ярыш булғас, еңеүсеһеҙ булмай, тигәндәй, бына улар:

Ирҙәр араһында 1-се урын – Рәфҡәт Мораҙымов (Сибай), 2-се урын – Станислав Шепелин (Гай ҡалаһы), 3-сө урын – Виктор Савенков (Гай ҡалаһы).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урын – Гөлдәр Мөхәмәтйәнова (Бөрйән, республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеүсе), 2-се урын – Рәзинә Фазлыева (зона ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе),

3-сө урын – Яҙгөл Хәсәнова (Бөрйән, уҡыусылар араһында район чемпионы).

Ике көн барған шахмат турнирында еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, аҡсалата бүләктәр һәм кубоктар тапшырылды.

Шулай итеп, Урал аръяғы зонаһынан тыш үткәрелгән район хакимиәте башлығы кубогына арналған оло шахмат ярыштары тамамланды. Был шахмат турнирына шахмат буйынса спорт мастерлығына кандидаттар Рәфҡәт Мораҙымов, Тәлғәт Рәхмәтуллин, Станислав Шепелин, Виктор Савенков, Виктор Качалкин һәм Вил Әбдрәхимовтар мәртәбә өҫтәп ҡенә ҡалманы йәш быуын шахматсыларына сәм өҫтәне, тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Ә инде турнирҙың иң хөрмәтле кешеһе булып шахмат ярышына айырыуса йәм өҫтәүсе Ейәнсура районының Үрген ауыл егете, 91-се йәштә барыусы Хөрмәт Фәхретдинов танылды. Бөрйән еренә тәүгә аяҡ баҫҡандар районыбыҙҙың хозур тәбиғәтенә генә түгел, уның саф һауаһына иҫтәре китеп, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәгәнлегенә инанып ҡайттылар.

Был турнирҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн район етәкселегенә, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Ә.Әбдрәхимовҡа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙе еткереүҙе һоранылар турнирҙа ҡатнашыусылар. Киләһе йылға тағын осрашырбыҙ, тип таралышты шахмат һөйөүсөләр!                                                 

Автор фотолары.

Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Төбәк-ара шахмат турниры Бөрйәндә үтте
Автор:Булат Тимергалиев
Читайте нас: