Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 14:30

6 июндә Өфөлә республиканың киң мәғлүмәт сараларының "Медиайыйын-2023" форумы үтте

Кисә, 6 июндә, Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын-2023» форумы үтте. Унда республика медиаберләшмәһенең 600- гә яҡын вәкиле, шулай уҡ федераль ҡунаҡтар — Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Russia Today каналының баш мөхәррир урынбаҫары Анна Белкина һәм башҡалар ҡатнашты. 

6 июндә Өфөлә республиканың киң мәғлүмәт сараларының "Медиайыйын-2023" форумы үтте
6 июндә Өфөлә республиканың киң мәғлүмәт сараларының "Медиайыйын-2023" форумы үтте

Медиайыйында республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына лайыҡлы наградалар тапшырылды.

Форумдың тантаналы өлөшөндә республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына лайыҡлы наградалар тапшырылды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовты Рәсәй Прездентының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Башҡортостан Башлығы указы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡоловаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Республика Башлығының рәхмәт хаты менән билдәләнде:

 Ғәббәсов Валерий Илгиз улы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы режиссер-монтажлаусыһы,

— Ҡорбанова Лилиә Радик ҡыҙы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы мөхәррире,

— Таймаҫханова Динара Мәүлит ҡыҙы — «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәрсеһе,

— Шәмсетдинов Артур Артур улы — «Башҡортостан»телерадиотапшырыуҙар компанияһы  комментаторы.

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары кимәлен билдәләне. Ул Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» тигән почет билдәһен тапшырҙы.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа Рәсәй Журналистар союзының почет билдәһе тапшырылды.

Юғары профессиональ ҡаҙаныштары, республика журналистикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан журналистар Рәсәй журналистар союзының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас: