Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2023, 17:20

31 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды бүлексәһе асыла

"Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү фонды 2023 йылдың 3 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса  булдырылған.

31 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды бүлексәһе асыла
31 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды бүлексәһе асыла

Фонд филиалын асыу тураһында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте. Өфөлә фонд бүлексәһе республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге бинаһында (Минһажев урамы, 107) урынлашҡан. Максим Забелин, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина бүлексәнең эшкә әҙерлеген тикшерҙе.

Максим Забелин билдәләүенсә, фонд хеҙмәткәрҙәре белем алған һәм эшкә - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә һөҙөмтәле һәм талап ителгән ярҙам күрһәтеүгә тулыһынса әҙер. Филиал эшен йәмәғәтселәр араһынан социаль координаторҙар контролдә тотасаҡ, улар медицина ярҙамы мәсьәләләрен һәм проблемаларын тикшерәсәк, инвалидтарҙы реабилитация саралары һәм протездар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, махсус психологик-терапия консультациялары үткәрәсәк.

Максим Забелин һүҙҙәренсә, геройҙарыбыҙға ярҙам итеү дәүләт сәйәсәтенең Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән өсөн тәрән рәхмәт сағылдырған системалы һәм өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелергә тейеш.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Дәүләт фондының төбәк бүлексәһе структураһында өс блок: медицина, социаль һәм йәмәғәт проекттары планлаштырылған.

Башинформ мәғлүмәт агентлығы материалы

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: