Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 14:45

Радий Хәбиров Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең төп күрһәткесен билдәләне

Башҡортостан Башлығы бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышында иҡтисадтағы уңыштар социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә тип әйтте.

«Мин үҙем өсөн социаль сәйәсәт сифатының төп күрһәткесен билдәләнем. Был ғүмер оҙайлығы. Бер ни ҙә кешеләрҙең кәйефен, ижтимағи кәйефте, ошо күрһәткес кеүек йәшәү кимәлен сағылдырмай. Ғүмер оҙайлығы беҙҙә  73 йәшкә етте. Һуңғы өс йылда илдә 50-се урындан 23-сөгә күтәрелдек. Ә Волга буйы федераль округында - 11-ҙән өсөнсөгә. Республика тәүге тапҡыр бер юлы 3,5 йылға алға китә алды! Был - берлектәге эшебеҙҙең мөһим һөҙөмтәһе.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн кешеләрҙең беҙҙән күберәкте көтөүен яҡшы аңлайым. Беҙ әлегә күп кенә һорауҙарҙа камил түгел. Республикала йәшәү сифатын күтәреүҙе билдәләгән бөтә йүнәлештәр буйынса артабан комплекслы эш кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, төп йүнәлеш - һаулыҡ һаҡлау.

«Бөгөн беҙ ғорурланып медицина учреждениелары төҙөүҙең бындай күләмдәре бер ҡасан да булмауы хаҡында һөйләйбеҙ. 16 объектты, шул иҫәптән Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, 10 поликлиниканы проектлау һәм төҙөү бара», - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Республика Башлығы Башҡортостан үҙгәреүен, ҙур ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың яҡшырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

«Былтыр ғына 138 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерҙек, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн федераль конкурста еңеүсе 8 проектты бойомға ашырҙыҡ. Белорет һәм Йылайырҙағы проекттарыбыҙҙы халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһаланылар.
2023 йыл Кесе Ватан өсөн Файҙалы эштәр йылы билдәһе аҫтында үтә. Республикала тыуып үҫкән меңдәрсә кеше ошо мөһим эшкә ҙур шатлыҡ менән өлөш индерер тип ышанам», - тине Радий Хәбиров.

Бынан алда Башинформ Башҡортостанда ғүмер оҙайлығының уртаса Рәсәй күрһәткестәренән уҙыуын асыҡланы.

Автор: Азат Ғиззәтуллин.

Башинформ мәғлүмәт агентлығы

 

 

 

 

Радий Хәбиров Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең төп күрһәткесен билдәләне
Радий Хәбиров Башҡортостандағы социаль сәйәсәттең төп күрһәткесен билдәләне
Автор:
Читайте нас: