Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 12:16

Башҡортостандың яңыртылған инвестиция саралары пакеты республикаға Рәсәйҙең тәүге төбәктәре исемлегенә сығырға мөмкинлек бирҙе

Инвестициялар йәлеп итеү иҡтисад үҫешенең төп материалы булып тора, тине Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышында. Унда Башҡортостан хөкүмәтенең отчетын тыңлайҙар.

Башҡортостандың яңыртылған инвестиция саралары пакеты республикаға Рәсәйҙең тәүге төбәктәре исемлегенә сығырға мөмкинлек бирҙе
Башҡортостандың яңыртылған инвестиция саралары пакеты республикаға Рәсәйҙең тәүге төбәктәре исемлегенә сығырға мөмкинлек бирҙе

«Сәнәғәтебеҙ әүҙем үҫешһен өсөн тулы инвестиция ҡоралын булдырҙыҡ. Республика Милли инвестиция мөхите рейтингында алдынғы биш төбәк исемлегендә позицияларын һаҡлап ҡалды. Былтыр тәүге тапҡыр 500 миллиард һумлыҡ сикте үттек, 5,9 процентҡа арттыҡ. Ә дөйөм алғанда дүрт йыл эшләү осоронда - 40 процентҡа. Был - илдә иң юғары һөҙөмтәләрҙең береһе.

Был беҙгә сәнәғәт үҫеше, яңы производстволар асыу өсөн һөҙөмтәле мөхит булдырырға мөмкинлек бирҙе», - тине Радий Хәбиров.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор: Азат Ғиззәтуллин

Фото: Олег Яровиков

Автор:
Читайте нас: