Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2023, 11:10

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәте эшендәге төп бурысты атаны

«2022 йылдың башында яңы, тарихыбыҙҙа аналогы булмаған хәл килеп тыуҙы. Беҙгә бығаса булмаған санкция баҫымы ябырылды. Һеҙҙең менән ныҡлы торҙоҡ, яңы бәйләнештәр һәм логистика төҙөнөк. Махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеү сиктәрендә беҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы бергәләп хәл иттек. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләндек», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышындағы сығышында. Был хаҡта ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн депутаттар республика хөкүмәтенең отчетын тыңлай.

«Тәүге бурысыбыҙ иҡтисадты тотҡарлап ҡалыу булды. Был республика үҫешенең, социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙең нигеҙе.

Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил итте, был илдәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ике йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында төбәктәр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Беҙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының пилот төбәге булараҡ кластер моделен уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, кластерҙар һаны буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ. “Алға” махсус иҡтисади зона икенсе тапҡыр иң йылдам үҫешеүсе тип танылды.

Аграрийҙарыбыҙ рекордлы - 5 миллион тонна - иген уңышын йыйып алды. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 28,1 процентҡа артҡан.

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға - 3 миллион квадрат метрға өлгәште һәм тәүге ун төбәк иҫәбенә инде (Рәсәйҙә 7-се урын)», - тине Радий Хәбиров.

Республика тышҡы иҡтисади секторҙы үҫтереү менән етди шөғөлләнде, тип билдәләне төбәк Башлығы. 2022 йылды тулыһынса тиерлек сәфәрҙә үткәрҙек. Беҙҙең өсөн традицион һәм яңы партнерҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим ине. Айырыуса Белорусь, Төркиә, Үҙбәкстан, Иран, Үзбәкстан менән. Ошондай сәфәрҙәр, әүҙем эш алып барыу һөҙөмтәһендә беҙҙең әлеге илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше үҫә. Төркиә менән - 37,6 процентҡа, Ҡаҙағстан менән - 10,1 процентҡа, Белоруссия менән - 12,3 процентҡа, Үзбәкстан менән 32,6 процентҡа.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор: Азат Ғиззәтуллин.

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәте эшендәге төп бурысты атаны
Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәте эшендәге төп бурысты атаны
Автор:
Читайте нас: