Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 10:45

15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө

1983 йылдан башлап йыл һайын, 15 мартта, донъя йәмәғәтселеге Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнөн билдәләй. Был көндө ҡулланыусылар берләшмәләре бөтә донъялағы ҡулланыусылар кисергән мөһим проблемаға иғтибар йәлеп итеү өсөн берләшә.

15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө
15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө

2023 йылда «Экологик яҡтан таҙа энергияға күсеү ярҙамында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеү» Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнөң девизы итеп иғлан ителде.

Хоҡуҡтарыңды белеү - мөһим, белемде тормошта ҡуллана белеү - тағы ла мөһимерәк.

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау  көнө арҡаһында һәр кем ниндәйҙер яңылыҡ белә һәм тәбиғәт ресурстарын экологик яҡтан файҙаланыуыбыҙ тураһында уйлана аласаҡ. Һуңғы осорҙа йәшәү хаҡының иң етди көрсөк шарттарында, энергетика донъяһының энергия менән тәьмин итеүгә һәм климат үҙгәреүе проблемаларына иғтибары көсәйеүе шарттарында төп роль ҡулланыусылар өсөн ғәҙел күсеүҙе тәьмин итеүгә бирелә.

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса эшмәкәрлек төп өс йүнәлеш буйынса алып барыла:

- энергетик яҡтан таҙа йорттар (йылытыу, һыуытыу, аш- һыу әҙерләү, һыуытҡыстар, ҡаралтыларҙың энергияны һаҡсыл файҙаланыуы);

-энергетик яҡтан таҙа транспорт;

-таҙа электр менән тәьмин итеү.

Баҙарҙа ҡатнашыусылар булараҡ, ҡулланыусылар таҙа энергияға күсеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Шул уҡ ваҡытта ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен яҡлау һәм киңәйтеү һәр ваҡыт сәләмәт, тотороҡло тирә- яҡ мөхитте тәьмин итеүгә, ресурстарҙы ғәҙел бүлеүгә һәм ҡулланыусылар булараҡ кешеләр өсөн эшләгән иҡтисади системалар булдырыуға бәйле булды.

Әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә экологик яҡтан таҙа тауарҙарға күсеү беҙҙән тора, юғиһә беҙ экологик булмаған предметтарҙы ҡулланыу һәм утилләштереү арҡаһында производствола барлыҡҡа килгән бысраҡтар һәм токсиндар менән уратып алынасаҡбыҙ.

Ҡылыҡты үҙгәртеү юлында ҡулланыусыларҙың төп ихтыяжы:

- Белем, ҡиммәттәр һәм мәғлүмәтлелек - ҡулланыусылар үҙгәрештәр өсөн ихтыяжды һәм мөмкинлектәрҙе аңлай;

-Тауарҙың барлығы һәм уны һәр кем ҡуллана алыу мөмкинлеге - ҡулланыусылар баҙарҙа арзан варианттарҙы һайлай ала;

-Ышаныс һәм хәүефһеҙлек - яңы ҡарарҙар һәм технологиялар тәьмин итеүселәргә хеҙмәттәрҙе ышаныслы һәм хәүефһеҙ күрһәтергә ярҙам итеренә ҡулланыусылар ышана. Тап ҡулланыусыларҙың һайлауы тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүгә һаҡсыл ҡараш индереүгә йоғонто яһарға һәләтле.

13 марттан 24 мартҡа тиклем ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарында территориаль бүлегендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия эшләйәсәк.

Түбәндәге ҡыҙыу линия телефондары буйынса бушлай консультациялар алырға мөмкин: 8(34792)3- 30-56 , 8(34792)3-25-61

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарында территориаль бүлеге.

Автор:
Читайте нас: