Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 18:00

Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты

27 февраль #Айыҡ_ауыл конкурсы сиктәрендә Исламбай ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында үткән "Айыҡ ҡатын" проектының презентацияһында ҡатнашты.

Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты

Гармунда өҙҙөрөп уйнап, дәртле итеп йырлап-бейеп ҡаршы алды беҙҙе Әбүбәкер ауылының дәртле ир-уҙамандары. Балаларҙың, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән таныштыҡ, китапханаға сәйәхәт ҡылдыҡ.

Артабан эшлекле осрашыу түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Түңәрәк өҫтәл барышында ойоштороусылар йыл буйы барған "Айыҡ ҡатын" проектына йомғаҡ яһаны һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Урал аръяғы райондарынан килгән ҡунаҡтарға презентацияланы.

Айыҡ тормош алып бармаған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған был проект йыл дауамында бөтә район биләмәләрен урап сыҡҡан. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү, уларҙы айыҡ тормошҡа әйҙәү, уларға нисек ярҙам итеу тураһында йәнле аралашыу оҙаҡ ҡына дауам итте. Уртаға һалып һөйләшәһе һүҙҙәр, бирәһе кәңәштәре күп кенә ине абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың.

Йыйылған тамашасылар хөкөмөнә эскелек темаһына арналған "Ҡыҙыл итектәр" тамашаһы, эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡындағы ҡыҫҡа метражлы тетрәндергес "Валенки" фильм тәҡдим ителде.

Был осрашыуҙа "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре менән бергәләп, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәндек, үҙебеҙ өсөн ниҙер алдыҡ, уларға ниҙер биргәнбеҙҙер тигән ышаныс та ҡалабыҙ. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ фекерен, тәҡдимен әйтә алды, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Хәйбуллаларҙың башланғысы туҡтап ҡалмаһын, ҡатын - ҡыҙ эскелеген бөтөрөү, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә ниәтләнгән изге эш артабан да дауам итһен. Осрашыу бик матур үтте. Матур осрашыуҙың иҫтәлеге итеп әбүбәкерҙәр үҙ ҡулдары менән теккән кисеттәрен бүләк итте. Беҙҙә буш килмәнек бүләк- күстәнәстән тыш, йырлы-моңло сәләмдәребеҙҙе еткерҙек.

Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Исламбайҙар Хәйбулла районында булып ҡайтты
Автор:Флүзә Әхмәтйәнова
Читайте нас: