Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2023, 06:30

Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.

25 февраль көнө #Айыҡ_ауыл конкурсы сиктәрендә Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Ғәни Юлдашев һәм Исламбай ауылы активтары Ишимбай районы данын яҡлаусы Кинйәкәй ауылына эшлекле осрашыуға барып ҡайттылар.

Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.

Кинйәкәйҙәргә хас ихласлыҡ, асыҡ сырай, йыр-моң менән ҡаршы алды улар беҙҙе. Юлдан һуң сәй табыны артындағы һөйләшеү, артабан сәхнә түрендә дауам итте. Уртаҡ маҡсаттар менән янған ике ауыл вәкилдәренең фекерҙәре лә, тәҡдимдәре лә күп ине.

Сарала ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов, Ишембай район советы секретары Булат Мирсәит улы Клысов, Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Ринат ҡыҙы Тимербулатова, социаль сәйәсәт эштәр бүлеге етәксеһе Роберт Әхмәт улы Ибәтуллин, Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы Тимербулатова һәм Бөрйән районы Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Ғәни Ғәле улы Юлдашев сәхнәгә күтәрелеп уй-фекерҙәре менән бүлештеләр, изге теләктәрен еткерҙеләр. Эскелек проблемаһы ла күтәрелеп, киләсәктә ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү, ауылдар араһында даими осрашыуҙар дауам итһен, дуҫлыҡ күпере нығынһын, артабан да аралашып торорға тигән тәҡдимдәр яңғыраны.

Артабан бер-беребеҙгә йырлы сәләмдәребеҙҙе, күстәнәс-бүләктәребеҙҙе тапшырғандан һуң, "Ҡышҡы һабантуй" байрамы тышта, асыҡ һауала дауам итте. Байрамға йыйылыусылар спорт ярыштарында ҡатнашып, төрлө милли уйындар уйнап күңел асты.

Сара аҙағында Бөрйәндәр Кинйәкәйҙәр менән арҡан тартып көс һынашты. Тирмә эсендә Кинйәкәй ауылының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән таныштыҡ. Уйын аҙағында тәмле былау һәм үлән сәйҙәре менән һыйландыҡ.

Бына шулай, Айыҡ ауыл конкурсына ярашлы, айыҡ тормошто һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған осрашыу эшлекле шарттарҙа матур үтте. Беҙҙе матур итеп ҡаршы алған һәм оҙатып ҡалған Кинйәкәй ауылы халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Исламбай - Кинйәкәй ауылдарының дуҫлыҡ күпере нығынһын һәм дауам итһен тигән теләктә, бер-беребеҙгә еңеүҙәр теләп, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Маҡсаттар - бер, бурыстар - уртаҡ.
Автор:Флүзә Әхмәтйәнова
Читайте нас: